Йөҙөмдә глюкоза һәм тимерҙең концентрацияһы юғары булғанға күрә, ул аҙ ҡанлылыҡты иҫкәртеү, гемоглобинды күтәреү һәләтенә эйә.
Йөҙөмдөң үҙе генә түгел, унан яһалған төнәтмә лә файҙалы. Ул бигерәк тә бөйөр, бауыр сирҙәренән яфаланғандарға килешәсәк. Төнәтмә түбәндәгесә әҙерләнә: ҡайнап сыҡҡан ике стакан һыуға 150 грамм йөҙөм һалып, 20 минут самаһы талғын утта тотоғоҙ һәм шул килеш ябып, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртәнсәк ас ҡырынға, артабан төш һәм кис ашар алдынан яртышар стакан эсергә кәрәк.
Йөҙөм һыуы бауырҙы таҙарта, организмдан токсиндарҙы сығарыуға булышлыҡ итә, аш эшкәртеү процесын көйләй.
Йөҙөмдә глюкоза миҡдары юғары булғанлыҡтан, ул шәкәр диабеты менән сирлеләргә кәңәш ителмәй, ә бына төнәтмә итеп эшләгәндә, ундағы шәкәр нисбәте күпкә кәмей.