Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Май 2020, 04:10

Миллиондарҙың береһе

Бөгөнгө имен, тыныс ғүмерем өсөн оло рәхмәтемде белдерәм һиңә, олатайым. Быйыл һеҙ, совет яугирҙары, күпме ҡорбан биреп яулап алған Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл. Бер кеше ғүмереләй ваҡыт. Күп күҙ йәштәре түгелгән, миллионлаған ҡорбан менән яуланған Еңеүҙең сираттағы байрамында олатайҙарыбыҙҙы иҫкә алмау мөмкин түгел. Бөгөн барлыҡ ейән-бүләләр ҙә үҙ олатайҙарын ихтирам менән хәтерләйҙәрҙер. Еңеү батырҙары килтергән тыныслыҡ өсөн рәхмәтлебеҙ.

Еңеү һалдаты, Абдрахман олатайымдың алдарына ултырып, һуғыш хәтирәләрен, ҡаһарманлығы тураһында үҙенән ишетергә тура килмәһә лә, уны инәйемдең (әсәй) һөйләүе буйынса белә инем. Олатайым Абдрахман Мырҙағәлин 1905 йылда Ноҡат ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Сафура һәм Мырҙағәле Мырҙағәлиндар ғаиләһендә олатайымдан тыш, ике ҡыҙ - Заһира һәм Нәфиға үҫә. Олатайымдың бала сағы ауыр ваҡытҡа тура килә, ул бик иртә етем ҡала. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, тиҫтерҙәренән бер ҙә ҡалышмай, оҙон буйлы, көслө, тәүәккәл егет булып буй еткерә. Леспромхозда ағасын да ҡырҡа, һунарсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Ҡурайҙа ла оҫта уйнап, йырлап ололарҙы илатыр булған. Ҡыҙы, инәйем Нәғимә Оморҙаҡова һөйләүенсә, балыҡсы ла булған. “Кәритәгә генә һалып балыҡ алып Миллиондарҙың береһе “Еңеү” һүҙе булһын күңелдәрҙә, “Еңеү” тиеп типһен йѳрәктәр. Килер быуын илгә ҡалҡан булһын, Булһын улар батыр, зирәктәр! ҡайта торғайны”, - тип хәтерләй ине инәйем. Ҡолмас ҡыҙы Зөләйхаға өйләнеп, матур ғына йәшәп ятҡанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ноҡат ауылының барлыҡ ир-егеттәре менән бергә Абдрахман олатайымды ла һуғышҡа алып китәләр. Өләсәйем ҡулында балалары - Хәкимә, Нәғимә, Зөлфәр (үкенескә күрә, улдары Хәйҙәр бәләкәй сағында мәрхүм була) менән генә тороп ҡала. Тормоштоң бар ауырлыҡтары ауылдағы ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә, шулай ҙа улар еңеү хаҡына бар көстәрен һалып, алһыҙ-ялһыҙ ауыр эштәрҙә бил бөгәләр.
Ошо көнгәсә Абдрахман олатайыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ ине, шулай ҙа Интернет заманы эште еңелләштерҙе. Уның тураһында байтаҡ ҡына мәғлүмәттәр тупланды инде хәҙер. Абдрахман Мырҙағәлин 1942 йылдың йәй айында һуғышҡа алына. Ябай һалдаттан ефрейторға тиклем күтәрелә. “Йүнләп русса һөйләшә белмәгәс, тәүге айҙарҙа һалдаттар менән аралашыуы ауыр булды”, - тип һөйләгән олатайым һуғыштан ҡайтҡас. Яугир 274-се гвардия уҡсылар полкында алыша. Уҡсылар полкының яу юлы - Беларусь ССР-ының Витебск өлкәһе. Олатай һуғышҡан полк һалдаттары Харьков, Смоленск, Витебск, Великие Луки ҡалаларын, күп кенә белорус ауылдарын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Яу яланында олатайым 6 тапҡыр яралана. Документта һуңғыһы иң ауыры тип яҙылған. Госпиталдәрҙең номерҙары ла һаҡланған. Абдрахман Мырҙағәлинды хатта үлгәндәр исемлегенә индергәндәр. “1943 йылдың 8 ноябрендә үлгән. Беларусь ССР-ы Витебск өлкәһе Гаврики ауылында ерләнгән”, - тип яҙылған рәсми документтарҙа. Һуңғы алышта ҡаты яралана, бәлки, ул тип башҡа яралыны ла ерләгәндәрҙер инде. Госпиталдән һуң уны икенсе часҡа ебәрәләр.
Олатайымдың һуғыштағы ҡаһарманлығы тураһында документтар ҙа һөйләй. Наградлау ҡағыҙында ла уның батырлығы тураһында яҙылған. “Иптәш Мырҙағәлин Витебск йүнәлешендәге алыштарҙа винтовканан 3 немецты атып үлтерә, шуның менән күп һалдатты үлемдән алып ҡала”, тиелгән документта. 1944 йылдың 23 мартында һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн олатайымды Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Витебск өлкәһен азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн" миҙалы менән наградлағандар. Белеүебеҙсә, Ҡыҙыл Байраҡ орденын ябай һалдаттарға биреп бармағандар, награда ла элиталы наградалар исемлегенә ингән, ниндәйҙер айырым батырлыҡ өсөн генә тапшырылған ул. Был орден да тәүгеләрҙән булып граждандар һуғышы геройы Василий Блюхерға тағылған. Ә Абдрахман олатайым ябай ғына һалдат булһа ла, юғары наградаға лайыҡ булған. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, үкенескә күрә, уның наградалары һаҡланмаған. Олатайым өсөн һуғыш юлдары 1945 йылда тамамлана. Ул һуғыштан үпкәһендә тороп ҡалған фашист пуляһы ярсығы менән ҡайта.
Абдрахман Мырҙағәлиндың иң ғәзиз, иң иҫтәлекле әйбере булып һуғыштан биреп ҡайтарылған яу характеристикаһы һәм яуҙаштары менән төшкән фоторәсем һанала. “Иптәш Абдрахман Мырҙағәлин немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә үҙен көслө рухлы, ҡыйыу һалдат итеп күрһәтте. Ул тәүгеләрҙән булып атакаға ташланды, шуның менән ул башҡаларҙы ла еңеүгә дәртләндерҙе, хәрби составта ла уның авторитеты көслө ине. Иптәштәренә тоғро дуҫ, һәр ваҡыт үрнәк булды. Шәхси һуғыш ҡоралына ла намыҫ менән ҡарай. Һәр ерҙә лә үҙенең инициативаһын күрһәтә. Иптәш Мырҙағәлин үҙен Ленин, Сталин партияһы эшенә, Тыуған иленә тоғро һалдат итеп күрһәтте”, - тигән алтын һүҙҙәр яҙылған уның хәрби характеристикаһында.
Һуғыштан ҡайтҡас та, яралымын тип тормай йорт, кәртә-ҡура йүнәтеү эштәре менән булыша, урман эшенә лә йөрөй. Өлкән апайым Гөлфинә иҫләүенсә, ул балаларға саналар, көйәнтәләр яһаған. Заһира туғанының ире Солтангәрәй бабай ҙа һуғыштан ҡайтҡас, аралашып, татыу йәшәйҙәр. Балалары ла кейәүгә сығып, өйләнешеп, матур тормошта йәшәйҙәр. Олатайым өс ейәнен күреү бәхетенә лә ирешә. Ул 1960 йыл башында, алған яраларынан мандый алмайынса, үлеп ҡала.
Беҙ, Абдрахман Мырҙағәлиндың ейәнейәнсәрҙәре, уның батырлығы, яҡты рухы алдында баш эйәбеҙ. Тыуған ил, батырҙарын иҫкә алғанда, уларҙы ла онотмаһын ине.

Минзәлә ЙӘҒӘФӘРОВА.

Көҙйылға ауылы.

Читайте нас: