Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Май 2020, 23:05

Һаҡ булығыҙ: талпан!

Тәбиғәт йәшәрә. Уның менән бергә паразиттар ҙа активлаша. Уларҙың күбеһе кешегә ҙур зыян һала. Шундай ҡурҡыныс бөжәктәрҙең береһе - урман бете. Талпан энцефалиты тип аталған, үҙәк нерв системаһын зарарлаусы ҡурҡыныс ауырыуҙы нәҡ бына шул талпан килтереп сығара ла инде. Тәбиғәт үҙенең матурлығы менән йәлеп итһә лә, һаҡланыу саралары тураһында оноторға ярамай. Сөнки был осорҙа урмандарҙа, парктарҙа талпан айырыуса күп була.

Урман талпаны яҙғы-йәйге талпан энцефалитын килтереп сығара. Был инфекция - кешегә вирус эләгеү нәтижәһендә барлыҡҡа килеүсе, арҡа һәм баш мейеһен зарарлаусы ауырыу. Ул ғәҙәттә яҙын йәки йәй көнө, һирәк көҙөн осрай. Талпандар апрель аҙағында, май, июнь айҙарында агрессив була. Яҙғы-йәйге энцефалитты йоҡтороу урындары булып япраҡлы ағастар үҫеүсе ҡарт урмандар тора. Яҡты урмандарҙа, ҡоро ҡарағайлыҡтарҙа, ғәҙәттә, талпан булмай.
Бөжәктәр һеҙҙе ағастар күп үҫкән урындарҙа - парктарҙа, урмандарҙа көтөп һағалап тора. Тәнегеҙгә йәбешеп, ҡаҙалыу өсөн йомшаҡ урын эҙләй (ҡултыҡ аҫты, сәс араһы, ҡолаҡ арты) һәм ҡан менән туҡланып, үҙе йөрөткән инфекцияны кешегә күсерә. Ҡаҙалғанын кеше һиҙмәй, сөнки бөжәк ауыртыуҙы һиҙҙермәй торған матдә сығара. Талпандар кешеләргә май-июнь айҙарында, ҡайһы йылдарҙа июлдең беренсе яртыһында ла һөжүм итә. Сентябрь урталарына ҡәҙәр бик һирәк күҙә-
телә. Шуны онотмағыҙ: ауырыу кешенән ҡурҡырға кәрәкмәй. Сир кешенән күсмәй, ул талпан тешләгәндән һәм зарарлы продукттар, мәҫәлән, сирле һыйырҙар һәм кәзәләр һөтө аша йоға.
Ауырыуҙың беренсе билгеләре 7-12 көндән һуң, ҡай саҡта 1 айҙан һуң ғына беленә. Кешенең температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек һиҙелә, башы ауырта, муйын, быуындар һыҙлай. Талпан энцефалитының һирәк күҙәтелгән киҫкен формаһында температураның кинәт 39-40 градусҡа ҡәҙәр күтәрелеүе ихтимал. Кеше ҡоҫа, аңы томалана. Ғәҙәттә, ҡул-аяҡтар параличлана, ҡайһы берҙә ул ғүмерлек булып ҡалырға ла мөмкин. Ауырыуҙың һиҙҙермәйсә генә үтеп, хроник төҫ алыуы ла бар.
Әлеге күңелһеҙлектәргә тарымаҫ өсөн, тәбиғәткә сығыусы һәр кем һаҡлык саралары күрергә тейеш. Урманға ингәндә яғаларҙы һәм манжеттарҙы яҡшылап төймәләргә, аҡһылыраҡ кейем кейергә (бөжәк һеҙҙе һиҙмәй ҡалырға мөмкин), күлдәкте - салбарға, салбарҙы итек эсенә тығып ҡуйырға кәңәш ителә. Урман беттәрен ҡурҡытыу өсөн махсус химик препараттар ҙа ярҙам итә. Уларҙы өҫкө кейемгә һиптерергә кәрәк. Инде урманға сәйәхәтегеҙ ваҡытында 3-4 сәғәт һайын бөтөн тәнде тикшереп сығыу зарур. Айырыуса ҡултыҡ аҫтарына, ҡолаҡ япраҡтарына һәм артына, тәндең йыйырсыҡлы урындарына ентекле иғтибар һорала.
Талпан ҡаҙалған осраҡта, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итер кәрәк. Ә инде ундай мөмкинлек булмаһа, талпанды үҙеңә алыр-
ға тура киләсәк. Бының өсөн ул ҡаҙалған урынға күп итеп май һөртөргә кәрәк. Шулай эшләгәндә, талпанға кислород ябыла. Шунан һуң саҡ ҡына бер яҡтан икенсе яҡҡа һелкеткеләп, талпанды тартып алырға кәрәк. Һулыш алыу тишектәре томаланғас, бөжәк ҡаҙалған урындан үҙе сығасаҡ. Ныҡлап йәбешкән талпандың башы өҙөлөп ҡалһа, утта ҡыҙҙырылған энә ярҙамында алырға кәрәк. Ҡулдарҙы яҡшылап һабынлап йыуып, бет булған урынды йод йәки спирт ҡатнашмаһы менән таҙартығыҙ. Урмандан ҡайтҡанда тәнде генә түгел, кейемдәрҙе, унан алып ҡайтҡан предметтарҙы ла ентекләп тикшереп сығырға кәрәк. Талпан, ғәҙәттә, ҡултыҡ аҫтарына, күк-
рәккә, ҡулдарға, арҡаға, баштың сәсле өлөшөнә ҡаҙала.
Талпандан нисек һаҡланырға һуң?
Өҫ кейеме бөтөн ерҙе лә ҡапларға, яға эләктерелгән булырға, салбар балаҡтары итек ҡуңысына тығылырға, куртка йәки күлмәк ҡайыш менән быуылған булырға тейеш. Муйынды һаҡлау өсөн капюшон, башлыҡ йәки яулыҡ файҙаланыу яҡшы. Урмандан йөрөп сыҡҡандан һуң бөтөн тәнде һәм кейемдәрҙе ентекләп тикшерергә кәрәк.
Талпан энцефалитына ҡаршы тороусанлыҡты булдырыу өсөн йыш ҡына вакцинация ла ҡулланыла. Вакцинация талпан сезоны башланғансы 1,5-2 ай алдан үткәрелә.
Читайте нас: