Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Май 2020, 17:35

Бөркөт булып иңләйҙер күктәрҙе...

Ҡулымда “Иҙел башы” әҙәби берекмәһендә “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу иҫтәлеге - “Башҡорт еренең яҙыусылары” тигән автографлы белешмә. Автографтар араһында хөрмәтле яҡташтарыбыҙ Сабир Шәрипов менән Дамир Шәрәфетдиновтың да ҡултамғалары. Белешмәләге алты йөҙләгән яҙыусы исемлегендә беҙҙең замандашяҡташтарыбыҙҙың да булыуы һөйөнөслө. Һәлмәк кенә китапта уларҙың автобиографиялары бер-бер артлы килә. Хәҙер уларҙың икеһе лә беҙҙең арала юҡ. Ни хәл итәһең, тыуым барҙа - үлем дә бар. Беҙҙе ҡалдырып, бер-бер артлы китеп барҙы улар ваҡытһыҙ, шуныһы ҡыҙғаныс. Дауалауға бирелмәй торған ауырыуҙарҙы бер кем дә үҙе һайлап алмай, улар үҙҙәре килеп, кешенең тәнен, йәнен ашап, социаль хәленә, йәмғиәттә тотҡан урынына, затына ла ҡарамай, һәләкәткә илтә. Юҡ, шулай булһа ла былай ғына китмәне улар: яҡташтары, милләттәштәре күңелендә хәтер тойғолары һүнмәһен, юйылмаһын, яңырып торһон өсөн китаптарын ҡалдырып киттеләр.

Дамир Шәрәфигә бѳгѳн 55 йәш тулыр ине. Юбилейына өс ай ғына ғүмере етмәне мәрхүмдең. Һуңғы утыҙ йылы минең күҙ алдында үтте тиергә лә булыр. Өфөгә китеп: яҙыусы, шағир, тәржемәсе булып танылырҙан алда “Урал” гәзитендә эшләп, журналистика тигән ауыр жанрҙа ижад итеүҙең нескәлектәрен өйрәнеп, тәүге нигеҙ ташын Белоретта һалып киткән кеше ине ул.
Гәзиткә килеүе илдәге “Үҙгәртеп ҡороуҙар” тамамланып, Б.Н. Ельциндың “кем күпме теләй - шунса йотоғоҙ” тип, республикаларға үҙаллылыҡ һоғондороп йөрөгән ваҡытына тап килде. Күпселек йәштәрҙе буйһондорған максимализм сире яңы егерме бишен тултырып барған Дамирҙы ла урап үтмәне, әлбиттә. Йәштәргә күп итеп һәм тиҙ генә кәрәклеген беләбеҙ... Ул беҙ ойошторған “Иҙел башы” әҙәби клубына килде, йыйылыштарға ла йөрөнө. Тик тотҡан урындан һындырып булмағанды аңламай, ҡыҙып та китә торғайны бәхәсләшеп. Ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө табыу өсөн хәйлә лә кәрәклеген ҡабул итмәне. Талаптарҙы туранан-тура ярып һала торған, тыуып үҫкән ауылы Көмбә эргәһенән генә шарлап аҡҡан Кесе Инйәр йылғаһы кеүек ярһыуыраҡ егет ине ул. “Урал”да сыҡҡан мәҡәләләрендә лә сағылды был характеры. Б.Ельцин түңкәрелешенең йәштәрҙе максимализмға этәргес йоғонтоһо шул боларыш замандарҙа уҡ уның тәрән йөкмәткеле, үткер мәҡәләләрен матбуғатҡа сығара торҙо. Яңы ғына башҡорт телендә сыға башлаған гәзиттең уҡымлы, абруйлы баҫмаға әйләнеүендә - уның да хеҙмәт емеше булғанлығын беҙ онотмайбыҙ һәм оноторға хаҡыбыҙ ҙа юҡ. Уның шул йылдарҙа уҡ үҙендә шиғриәт күгенә күтәрелерлек һәләт тойоп талпыныуҙарының да шаһиты беҙ.
Шәрәфиҙең ижади тормошоноң тәүге этабы трамплин мәғәнәһендә Белорет булһа, артабан, тыуған тупрағы ҡуйынына ҡайтып һыйынғансы, баш ҡала менән бәйле булды. Шул заманда “Ленинсы” урынына сыға башлаған “Йәшлек” гәзитенең көслө тәьҫире Дамирға ла ҡағылмай ҡалманы. Йөкмәткеһе үҙенең характерына тап килгән, ҡыйыу телле, күп тиражлы гәзит уны Өфөгә саҡырып, баш мөхәррирҙең урынбаҫары дәрәжәһенә күтәрҙе. Был күтәрелеү, үҙ сиратында, Өфөлә йәшәгән бихисап арҙаҡлы шәхестәр менән аралашыу, уларҙың ижади тәжрибәһенә таянып, үҙендәге тәбиғи талантты киңерәк асып үҫтереү мөмкинлеген бирҙе уға. Яҙыусы, шағир булараҡ абруйы күтәрелгән һайын, ул да юғарыраҡ, яуаплыраҡ урынға үрләне. Башта “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе булһа, һуңғы йылдарын Республика Яҙыусылар ойошмаһының төп баҫмаһы булған “Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе йөгөн тартты. Шуға өҫтәп, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһы съезында ойошманың шиғриәт секцияһын етәкләүсе итеп тә раҫланылар уны.
Яуаплы урындарҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, әҙәби ижад ҡомарын бер ваҡытта ла ҡулынан ысҡындырмай, шиғриәттә лә, прозала ла әүҙем эшләне Дамир. Тәржемә эшен дә туҡтатманы. Үҙен ике телдә лә ижад итергә һәләтле яҙыусы итеп танытты. Лирик-фәлсәфәгә ҡоролған шиғриәтенән уның кешелек менән тәбиғәтте айырмайынса бер үлсәүгә һалып баһалауы күренә. Ошо урында уның һуңғы йылдарҙа яҙылған өс строфалыҡ шиғырын иҫкә төшөрөү урынлы булыр: Бала саҡта - ишек алды, Ер шарылай иркен саҡта; Аҡтырнаҡ һәм ала һыйыр Һинән күпкә өлкән саҡта; Бала саҡта - кескәй инеш Сумып сығыр тәрән саҡта; Атай-әсәй ҡуйындары Мәңгелектер, тигән саҡта; Ағайҙарҙан өлгө алып, Әй үҫәһе килә хатта!.. Ә уйлаһаң, бар ғүмерең Бала саҡта, бала саҡта... Ә инде республиканың абруйлы баҫмаларында сыға килгән, төплө аналитик күҙлектән үткәреп яҙылған үткер мәҡәләләре ғәжәпләндермәй ҡалдырмай торғайны мине. Ҡайҙан алды икән шул ҡәҙәре: сәнәғәттә лә, сәнғәттә лә, мәҙәниәттә лә һәм тормошобоҙҙоң башҡа төрлө өлкәләрендә лә иркен йөҙөрлөк күп ҡырлы тәрән белемде, гуманитар фәндәрҙе уҡымаған ябай зоотехник? Тап шуның өсөн ул 2010 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булғандыр ҙа инде.
Ниһайәт, Дамирҙың характерындағы тағы бер, бәлки, төп һыҙатылыр - уның киң күңеллелеге. Бер ваҡытта ла “юҡ”, тимәй, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы. Беҙ, Белорет ижадсылары, “Иҙел башы” ойошмаһына берләшеп, ҡайҙан ярҙам көтөргә тип, аптырашып йөрөгән саҡта, ул үҙ теләге менән Инйәргә килеп, беҙҙең ойошмала беренсе әҙәби семинар үткәреүсе булды. Һуңынан да, саҡырған һайын ваҡыт табып, ижад юлына бер аяғы менән баҫһа, икенсеһен терәп өлгөрмәгән ҡәләм һынап ҡарарға теләүселәрҙе әҙәбиәт серҙәренә төшөндөрөп ҡайта торғайны. Ә бит ул рәсми командировка алмай: юллыҡ та, ҡунаҡханамы, фатирҙамы ҡунып ашап-эсеү өсөн Яҙыусылар союзынан бер тин аҡса алмай, үҙ иҫәбенә йөрөнө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер ҡасан да “Иҙел башы”на ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәне. Шуның өсөн һәр саҡ рәхмәтлебеҙ уға.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, Сабир Шәрипов менән Дамир Шәрәфетдиновтың беҙҙең шатлыҡтарға шатланып, ултырған урындарынан тороп бейеп китер, көйөнөр урында - бергә көйөп ҡаш төшөрөр ысын яҡташ булыуҙары бәхәсһеҙ! Хөрмәтле яҡташ-яҙыусыларыбыҙҙың - икеһенең дә урыны ожмах түрендә булыуын теләп иҫкә алайыҡ беҙ уларҙы.
Мансур ҺИҘИӘТОВ,
Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.
Читайте нас: