Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратына яңы мөфтөй - Айнур Азамат улы Бирғәлин һайланғаны бирле дини даирәлә яҡшы башланғыстар, ыңғай үҙгәрештәр тойолғандай. Район-ҡалаларҙа мосолман кешеләрен берләштергән, халыҡҡа аңбелем таратыуҙы, йәштәргә хаҡ юл күрһәтеүҙе маҡсат иткән дини ойошмалар барлыҡҡа килде, булғандарының иһә эшмәкәрлеге йәнләндерелде. Шөкөр, был йәһәттән Иҙел башы ла ситтә ҡалманы.
Киҙеүгә бәйле киҫкен шарттарҙа Белорет мөхтәсибәте, урындағы ирекмән ойошмалары менән бер рәттән, мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыу препараттары менән, шулай уҡ башҡа йомоштарҙы атҡарырға ярҙам итте; дауаханала ятҡан яҡташтары тураһында ла хәстәрлек күрҙе.
- Аллаһы Тәғәлә мөьмин бәндәләргә былай тигән: “Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә итәғәт итегеҙ! Үҙ-ара низағлашмағыҙ, әгәр низағлашһағыҙ, көсөгөҙ, ғәйрәтегеҙ китер, таралырһығыҙ! Сабыр булығыҙ, Аллаһ, һис шикһеҙ, сабырҙарға ярҙам бирәсәк...” (“Табыш” сүрәһе, 46-сы аят). “Әл-Инсан” сүрәһендә әйтелеүенсә, Аллаһы Тәғәлә ҡоло булараҡ, һәр мосолман кешеһе саф күңеллелек, ихласлыҡ кеүек сифаттарға эйә булырға һәм үҙе нужа кисерһә лә, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш. Йәмғиәт берҙәм, татыу булып, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, эште бер йүнәлештә тартҡанда ғына, ил-йортта хәлдәр көйлө барыр. Ошо изге ниәтте ғәмәлгә ашырыу өсөн беҙҙең мөхтәсибәттә лә бихисап ыңғай үҙгәрештәр булды, яңы ағзалар һайлап ҡуйылды, - тине Белорет район-ҡала имам-мөхтәсибе Мәүлит хәҙрәт Мөхәмәтйәнов.
Мөфтөйгә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыр урынбаҫарҙар билдәләнгән: йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыуҙа - Йомағол Абдрахманов, Руслан Ямалетдинов, уҡыу-уҡытыу йәһәтенән имам-мөхтәсибтең уң ҡулы - Роберт Зәкәрин, социаль мәсьәләләрҙә - Ринат Уразбахтин, спорт һәм ял сараларын ойоштороу буйынса Абдулҡадир Нурғәлин яуаплы.
- Бөгөн республика мосолмандары Диниә назараты ислам ҡиммәттәре нигеҙендә шәхес тәрбиәләү, гражданлыҡ сифаттары, ватансылыҡ һәм дингә тигеҙ ҡараш булдырыу йүнәлешен алып бара. Шул уҡ ваҡытта дини белем биреүҙе үҫтереүгә, дини экстремизмға ҡаршы тороуға айырым иғтибар бүленә. Беҙҙең маҡсат - мосолман ҡәрҙәштәрҙе татыулыҡҡа, берҙәмлеккә әйҙәү, йәштәрҙе хаталы аҙымдарҙан, гонаһлы уйҙарҙан, өмөтһөҙлөктән йолоу, ислам дине тәғлимәттәренә таянып, белем биреү, конфессия-ара һәм милләт-ара ихтирамлы мөнәсәбәттәр булдырыу, мохтаждарға ярҙам итеү. Дини наҙанлыҡ, кәрәк саҡта таяныр, кәңәш һорар кешеләрҙең булмауы арҡаһында йыш ҡына йәштәр төрлө ағымдарға эләгә, насар йоғонтоға бирелә. Ошондай кире күренештәр булмаһын өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә, үҙ мосолмандарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙырға тейешбеҙ, - тип ойошманың маҡсаты, бурыстары менән таныштырҙы “Яугир” ҡатнаш көрәш спорт үҙәге етәксеһе Абдулҡадир Нурғәлин.
Эйе, Илаһи Көс тарафынан бүләк ителгән ғүмерҙе игелектәр ҡылып, рухи асмандарға ашып, кешелеккә бәхет өләшеп йәшәү - бәндәнең иң беренсел бурысылыр. Күҙ асып йомған арала үтер сәғәттәребеҙҙе тик яҡшы ғәмәлдәргә, изге ниәттәргә йүнәлтәйек!
Белорет мөхтәсибәтенә мөрәжәғәт итергә теләгәндәр 8-961-349-05-54 (Йомағол Абдрахманов) йә 8-961-363-08-55 телефон һандарына шылтырата ала.