- Унда колбаса, сосиска, ыҫланған ит, тоҙло, әсе тәмләткестәр бар. Күп күләмдәге майҙары арҡаһында, солянка файҙалы түгел. Ул айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы, холестерин метаболизмы бо-ҙолған кешеләр өсөн насар аҙыҡ, - ти диетолог.
Табип билдәләп үтеүенсә, солянка атеросклероз үҫеше ҡурҡынысын тыуҙыра. Бынан тыш, был ризыҡ ашҡаҙан ялҡынһыныуына килтерергә мөмкин.
Солянкаға ҡушылған лимон, төрлө әсе боростар гастрит, ашҡаҙан йәрәхәте, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бө-йән ауырыуҙары булған кешеләргә бөтөнләй тыйыла.