- Емеш ағастарына насар йоғонто яһаған, йыш осраған сирҙәрҙең береһе ул - монолиоз, - ти Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы белгесе Лилиә Нуретдинова.
- Ул йоғошло сир ағастар сәскә атҡан ваҡытта килеп сыға: мицелий бәшмәге сәскәләрҙе зарарлай. Һөҙөмтәлә, йәш япраҡтар һәм емештәр көрән төҫкә инә. Әгәр ауырыу шашып китһә, бер йыллыҡ ботаҡтар һәм емеш биргән ботаҡтар ҡорой, ағаста ҡалған емештәр ҙә әкренләп көрән төҫкә инә һәм кибә. Бына шул ваҡытта сирҙе тыуҙырған бәшмәкте күрергә мөмкин дә инде.
Тәү сиратта, бар кипкән ботаҡтарҙы киҫергә, былтырҙан ҡалған бар емештәрҙе юҡ итергә кәрәк. Ә ағастар зарарланып өлгөргән икән, препараттар ҡулланмай булмаҫ.
Бының өсөн: 1 процентлы еҙ купоросын һәм 100 грамм бордос ҡушылмаһын 10 литр һыуға һалып болғатып, ағастарға һибергә кәрәк.
Эшкәртеүҙе йә иртән, йә кис, ел тынған ваҡытта башҡарырға кәңәш ителә.