Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Июнь 2020, 11:00

Уңған баҡсасы кәңәштәре

Баҡсасыларҙың мәшәҡәтһеҙ торғаны юҡ. Йә ҡоротҡостар һөжүм итеп тора, ауырыуҙар килеп сыға, йә ямғыры юҡ, йә артыҡ эҫе тигәндәй. Нисек булһа ла, яҡшы уңыш алғы килә. Был осраҡта уңған баҡсасылар һыналған алымдарын, тәжрибәләрен эшкә егә. Шуларҙың ҡайһы берҙәре:

►Корицаны беҙ тәмләткес булараҡ беләбеҙ, ә уның бәшмәккә ҡаршы тороу үҙенсәлеге бар икән. Үҫентегә корица порошогын һипһәң, ул уларҙы ауырыуҙарынан һаҡлай.
►Бал составындағы ферменттар үҫентеләрҙең тамырҙарын тиҙ үҫтерә торған тәбиғи гормон булып тора. Үҫентене ултыртыр алдынан бал ҡушылған һыуға һалып торһаң, ул уны микробтарҙан, бәшмәктәрҙән арындыра.
►Ҡәһүә төпрәһе ҡырмыҫҡа, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшә. Уны тупраҡ өҫтөнә генә һибергә кәрәк.
►Сүп үләндәренә ҡаршы түбәндәге сара булыша: 4 литр аш һеркәһенә ярты стакан тоҙ һәм бер аш ҡалағы һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса һалып һибәбеҙ.
►Картуф ҡортона ҡаршы: 10 литр һыуға бер пакет ҡоро гәрсис (100 грамм) һәм 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе һалығыҙ. Яҡшылап болғатып, 10 литр һыуға һалығыҙ ҙа картуф һабаҡтарына һибегеҙ.
►Бәпембә үҫентеләрҙе туҡландыра. 1,2 килограмм бәпембә япрағы менән һабағын ваҡлап турап, өҫтөнә 10 литр һыу ағыҙып, өс аҙна төнәтегеҙ. Барлыҡҡа килгән төнәтмәне һөҙөп, үҫемлектәргә һибегеҙ.
►Помидорҙы фитофтороз ауырыуынан һаҡлау өсөн тоҙло иретмә ярҙамға килә. Ул томат япраҡтарында һаҡлағыс пленка барлыҡҡа килтереп, уны инфекция эләгеүҙән һаҡлай. Бының өсөн 10 литр һыуға бер стакан тоҙ һалып иретегеҙ. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: был профилактика сараһы ғына булып тора.
►Ҡарағат төбөнә кипкән картуф ҡабығын күмеп ҡуйһағыҙ, уның емештәре сейә ҡәҙәр булыр. Крахмалға бай картуф ҡабығын һыуҙа ҡайнатып, ҡарағаттың үҙенә һибергә лә була. Помидор һабағына бер тапҡыр 3 литр һыуға бер тамсы йод һалынған ҡатнашма һипһәң, уңышы күп сыға, помидор ҙа эрерәк була һәм иртәрәк өлгөрә.
Читайте нас: