Йәрәхәтләнеүҙең тѳп сәбәбе - яҡынлашып килгән поезд алдынан тимер юлы буйлап йѳрѳү - быйыл 2 кеше йәйәүлеләр ѳсѳн түшәп һалынған юлда имгәнгән.
Тимер юлы объекттарында иҫерек килеш булыу ҙа ѳҫтәмә хәүеф факторы - 5 ай эсендә 8 кеше эскән хәлдә теркәлгән; 3 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Район-ҡала граждандары араһында Инйәр станцияһы хеҙмәтләндергән тимер юлында йыл башынан 1 кеше йәрәхәт алған.
Тимер юлында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:
► Тимер юлын йәйәүлеләр йә водителдәр ѳсѳн тәғәйенләнгән махсус урындарҙа ғына аша сығыу зарур. Техник саралар йә тимер юлы транспорты эшсеһе биргән сигналдарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай;
► инвалид коляскаһында хәрәкәт иткәндәр тимер юлын тик йәйәүлеләр ѳсѳн тәғәйенләнгән урындан һәм мотлаҡ кемдеңдер оҙатыуында ғына аша сығырға тейеш;
► вагонға ултыртыу һәм тѳшѳрѳү пассажир платформаһы яғынан ғына тормошҡа ашырыла;
► тимер юлы станцияһында балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ - етәкләгеҙ йә күтәреп тороғоҙ;
► тимер юлын йәйәүлеләр ѳсѳн түшәп һалынған юл аша сыҡҡан саҡта башта яҡынлашып килгән поездың, локомотив йә вагондарҙың юҡлығына инаныу фарыз;
► тимер юлды шлагбаум асыҡ булғанда ғына аша үтергә мѳмкин, ә күтәрмә кәртә булмаған осраҡта ян- яғығыҙҙы байҡарға онотмағыҙ.
► тимер юлы буйлап йѳрѳү;
► яҡынлашып килгән поезд алдынан йүгереп сығыу;
► бер йүнәлештә үтеп киткән поезд артынан, ҡапма-ҡаршы поездың юҡлығына инанмайынса, ҡапыл йүгереп сығыу;
► тимер юлын ябыҡ шлагбаум йәки светофорҙың ҡыҙыл утына үтеү;
► торған тимер юл транспорты аҫтынан аша сығыу;
► пассажир платформаһының ситендәге сикләүсе һыҙыҡты һанламау;
► пассажир платформаһы буйлап килеүсе йәки ҡуҙғалып китеүсе поезд менән йәнәш йүгереү;
► хәрәкәт талап иткән уйындар уйнау, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу;
► пассажирҙар платформаһынан тимер юлына һикереү;
► бәйләнеш, электр тапшырыу һәм башҡа ҡоролмаларға менеү, сымдарға тотоноу;
► ѳҙѳлгән сымға яҡын барыу, ҡағылыу;
► спиртлы эсемлектәр, аңды томалаусы наркотик матдәләр ҡулланыу;
► тимер юл транспорты инфраструктураһы объекттарын емереү;
► тимер юлы билдәләрен, күрһәткестәрен боҙоу, бысратыу, ысҡындырыу, үҙаллы ҡуйыу;
► тимер юлында әйбер ҡалдырыу;
► осло, ҡаты предметтарҙы ҡапһыҙ йѳрѳтѳү;
► үҙең менән тиҙ ҡабыныусан, ағыулаусы, шартлаусы матдәләр алып йѳрѳү;
► хәрәкәт итеүсе вагондарға яҡын барыу;
► баҫҡыста, автомат ишектәр янында тотҡарланыу, вагон тәҙрәләренән, тамбур ишектәренән һонолоу.
Белорет тимер юл дистанцияһы начальнигы.
Фото: molzhaninovskiy.mos.ru