Республикала коронавирус менән сирләгәндәр көндән-көн арта башлау менән бер нисә ай эсендә Йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөп сафҡа индерелде, әлеге көндә ковид-сирлеләр 450 урынға иҫәпләнгән дауалау учреждениеһында тейешле медицина ярҙамы ала. Күп дауаханалар ваҡытлыса махсус ковидгоспиталдәр функцияһын үтәй башланы. Ҙур ҡалаларҙа клиник-диагностикалау лабораториялары барлыҡҡа килде.
Ике ай элек ошондай диагностикалау үҙәге Белоретта эшләй башланы. Быға тиклем гематология, иммунология, гинекология бүлектәрендә, балалар поликлиникаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениелары лабораторияларында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәрен пандемия бергә тупланы. Ярайһы уҡ эш тәжрибәһе туплаған юғары категориялы белгестәргә вирус менән беренселәрҙән булып көрәшергә тура килә. Күп йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән белгестәр махсус әҙерлек үтеп, эшкә тотона.
10-сы медицина округына ингән Белорет клиник-диагностикалау лабораторияһы Белорет, Межгорье, Сибай, Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр район-ҡалаларын хеҙмәтләндерә. Клиник-диагностикалау лабораторияһы мөдире Ирина Ивановна Доринаға коллективы, биологтар - Гөлнара Хәйҙәр ҡыҙы Закирова, Людмила Сергеевна Степанова, Татьяна Евгеньевна Пиндюрина, табип-лаборант Венера Илдар ҡыҙы Ҡаһарманова, өлкән медсестра Светлана Николаевна Зарубина, лаборанттар - Светлана Федоровна Сысоева, Наталья Константиновна Кастрицина, Светлана Григорьевна Сысуева һәм Наталья Александровна Яскеевичтар менән бергә Урал аръяғы район-ҡалаларынан килтерелгән анализдарҙы 48 сәғәт эсендә тикшереү бурысы йөкмәтелә. Белгестәрҙең тырышлығы, йөкмәтелгән бурыстарын еренә еткереп үтәй белеүҙәре арҡаһында коронавирусҡа анализдарҙы ике тәүлек эсендә түгел, ә бер тәүлектә тикшереп, ыңғай һөҙөмтә күрһәткәндәре Өфөгә оҙатыла.
Республикала әлеге көндә коронавирусҡа 366 669 тикшереү үткәрелгән, бында Белорет клиник-диагностикалау лабораторияһы белгестәренең дә өлөшө ҙур. Лаборатория хеҙмәткәрҙәренең бер сменала 700-ҙән ашыу анализды тикшергән мәлдәре, уларҙы тикшереү өҫтөндә үткәргән йоҡоһоҙ төндәре, таңғы сәғәт 6-ла ғына ғаиләләренә ҡайтыуҙары - барыһы ла артта ҡалған кеүек булһа ла, вирус сигенергә ашыҡмай. Тимәк, биологтарҙың, лаборанттарҙың эштәре лә кәмемәй. Белгестәр ҙә махсус бокстарынан сыҡмай, махсус кейемдәрҙә тикшереүҙәр үткәреүен дауам итәсәк әле. Һуңғы анализға тиклем.
Һөнәри байрамдары айҡанлы, Белорет клиник-диагностикалау лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре барыһы ла коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә индергән өлөштәре һәм һөнәри бурыстарын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлектәре өсөн «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” тигән юғары наградаларға лайыҡ булды. Эпидемиологик хәл торошоноң киҫкен, вирус сигенергә ашыҡмаған мәлдә алғы һыҙыҡта, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше ғүмере өсөн көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн был оло баһа.
Юғары исем алғандар араһында лаборатория мөдире Ирина Ивановна әйтмешләй, арыу-талыу белмәҫ “энергия генераторы”, тиҙ арала алыштырғыһыҙ белгескә әйләнгән Гөлнара Закирова ла (һүрәттә уңдан дүртенсе) бар. Гөлнара Хәйҙәр ҡыҙы, Белорет медицина училищеһында белем алғандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында ситтән тороп уҡыуын дауам итә, биология факультетын тамамлай. Юғары категориялы белгес 16 йыллап Белорет һөт кухняһында эшләй, лабораторияла эшләүенә лә 12 йыл булып киткән. Һәр башланғыстың алдында йөрөгән Гөлнара Закирова был наградаға лайыҡ булып, үҙенең юғары әҙерлекле, профессионал-белгес икәнлеген иҫбатлап, әсәһе Мәүлиҙә Хәйбулла ҡыҙы, атаһы Хәйҙәр Бәхтигәрәй улы яғынан сыҡҡан билдәле уҡытыусылар, металлургтар сафын тулыландырҙы, данлыҡлы металлург Ғәйсәр һәм фән кандидаты Хәлил бабайҙары (Инйәр яғында шулай әйтәләр) Аҫылғужиндар кеүек үҙ йылъяҙмаһын ҡалдырҙы.
Юғары наградалар алғандан һуң, медицина хеҙмәткәрҙәре эштәренә, үҙ сменаларына ашыҡты. Байрам итерлек көн дә түгел бит, һәр минуты ҡәҙерле, кеше ғүмере уларҙың эшенә бәйле.