SPF ҡояштан һаҡланыу кремын һөрткәндән һуң, ғәҙәттәгенән 10 тапҡыр күберәк ҡояшта була алаһығыҙ. Шул рә-
үешле, SPF-15-ле крем менән аҡ тәнле кеше ҡояшта 7 сәғәт 30 минут була ала. Шул уҡ ваҡытта балаларға теләһә ҡайһы осраҡта ла SPF-50 кремдары менән ҡулланырға кәңәш ителә.
Үҙебеҙҙә ҡыҙынған осраҡта SPF-4-10, ә Төркиәлә, иртәнән ҡояш ҡыҙҙырыу сәбәпле, SPF-20-30 кремдарын файҙаланығыҙ.
Кремдар билгеле бер ваҡытҡа иҫәпләнгән. Әйтәйек, диңгеҙ һыуында булғанда, кремды һәр 2-3 сәғәт һайын һөртөргә кәрәк, бигерәк тә ҡояш тиҙ бешерә торған урындарға (ҡул, яурындар, бит).
Уны пляжда түгел, ә ҡояшҡа сыҡҡансы 30 минут алдан һылағыҙ. SPF кремын ҡулланғандан һуң, ғәҙәти һыу менән генә түгел, ә һабын йәки гель менән йыуып төшөрөргә кәңәш ителә.
Һуңынан ҡыҙыныуҙан һуң йәки дымландыра торған крем ҡулланығыҙ.