Ҡара күҙлектәр ҡояштан ғына түгел, яман шеш ауырыуҙарынан да һаҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яман шеш ауырыуы тирелә генә түгел, күҙҙең мөгөҙ ҡатлауында ла булырға мөмкин. Әлеге ҡурҡыныс ауырыу сәбәпселәренең береһе - ультрофиолет нурҙарының тәьҫире. Шуға күрә уны дөрөҫ итеп һайлау зарур.
Беренсе миф: Күҙлек ҡиммәт булған һайын, яҡшыраҡ һаҡлай.
Ысынында: күҙлектәрҙең берҙән-бер һәм иң мөһим сифаты: UVA һәм UVB нурҙары тәьҫиренән һаҡлау. Һайлағанда этикеткаһын яҡшылап ҡарағыҙ: блокировка проценты күберәк булған һайын, күҙлек яҡшыраҡ тип һанала. Ә хаҡы мөһим түгел.
Икенсе миф: быяла размеры мөһим түгел.
Ысыныныда: барыһы ла киреһенсә: быялаһы бәләкәйерәк булған һайын һаҡлау ҙа аҙыраҡ. Эш шунда: ҡара күҙлек кейгәс, күҙ ҡараһы ҙурая. Күҙлек кәсәһе тар икән, ультрофиолет күҙгә еңел үтә. Шуға күрә ҙур кәсәле күҙлек һайлағыҙ.
Өсөнсө миф: быялала сыйылған эҙ зыян килтермәй.
Ысынында: сыйылған эҙ ультрофиолеттан һаҡлау мөмкинлегенә тәьсир итмәй, ләкин күҙҙең күреү һәләтенә зыян килтерергә мөмкин. Линзала дефект бар икән, көсәнеп ҡарарға тура килә, ә был күҙҙең тиҙ арыуына килтерә. Һөҙөмтәлә: күҙ күреү һәләте насарая. Сыйылған быялалы күҙлекте алыштырырға кәрәк.
Дүртенсе миф: линза төҫө әһәмиәтле.
Ысынында: ҡояш күҙлектәрендә линзаның ниндәй төҫтә булыуы әһәмиәтле түгел. Иң мөһиме - ҡурҡыныс нурҙарҙан һаҡлау мөмкинлеге юғары булһын.
Бишенсе миф: теләһә ниндәй ҡара күҙлек ультрофиолеттан һаҡлай.
Ысынында: ҡыҙғанысҡа, юҡ. Полярлашҡан линзалар ғына ҡурҡыныс нурҙарҙан һаҡлай ала. Был хаҡтағы мәғлүмәт, ҡағиҙә булараҡ, күҙлек линзаһының бер мөйөшөндә яҙыла.
Алтынсы миф: ҡара күҙлектең ҡулланыу ваҡыты бар.
Ысынында: быялала тырналған эҙ һәм башҡа дефекттар юҡ икән, күҙлектең ҡулланыу ваҡыты юҡ. Улар ҡояш нурҙарынан элеккесә һаҡлаясаҡ. Шуға күрә йәй һайын күҙлек алыу кәрәге юҡ.
Етенсе миф: линзалар ҡараңғыраҡ булған һайын һаҡланыу мөмкинлеге ҙурыраҡ.
Ысынында: ультрофиолеттан һаҡланыу дәрәжәһе линза төҫөнөң ҡараңғылығына ҡарап билдәләнмәй. Мөһим булған төп факторҙар - линза яһалған материал һәм уны эшкәртеү төрө. Бик үк ҡараңғы булмаған күҙлектәр ҙә яҡшы һайлай ала.
Һигеҙенсе миф: ҡояштан һаҡлаусы күҙлектәр йәйен генә кәрәк.
Ысынында: дөрөҫ түгел! Йәйен, яҙын (хатта март айында ла), шулай уҡ ҡышын да, бигерәк тә һалҡын ҡояшлы көндәрҙә күҙҙәрҙе һаҡларға кәрәк. Бынан ҡала, ҡара күҙлек кейеп йөрөү ғәҙәте күҙ тирәһендә йыйырсыҡ сығыуҙан да һаҡлай.