Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2020, 11:40

Изге ғәмәл берләштерҙе

Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған тарихи саралар әле булһа дауам итә. Ошо көндәрҙә Инйәр ауыл хакимиәтенә ҡараған Сәфәрғол һәм Яңы Хәсән ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл хеҙмәтсәндәре һәм шулай уҡ золом ҡорбандары, яугир-интернационалистар иҫтәлегенә гранит һәйкәлдәр асылды. Ҡаһарман рухлы ауылдаштарының исемдәрен ташҡа уйып мәңгеләштереү - ике ауыл халҡының да күптән ниәт ҡылған ғәмәле. Сәфәрғолдан 27 кеше фронтҡа китеп, шуларҙың 13-ө батырҙарса һәләк булһа, Яңы Хәсәндән иһә 32 яугирҙың ни бары 10-ы ғына атайсалына әйләнеп ҡайта...

Һәйкәлдәр асыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов, отставкалағы полковник Тайфур Йомағужин, полиция полковнигы Айҙар Йомағужин, подполковник Ким Йомағужин, запастағы подполковник Азамат Хызыров һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Тантаналы митингыла һүҙ алыусылар, тәү сиратта, Сәфәрғол һәм Яңы Хәсән ауылдары халҡының фиҙаҡәрлеге, дәррәүлеге, маныштылар үрнәгендә изге эште элеп алыуы йәһәтенән һоҡланыуын белдереп, рәхмәт әйтте.
- Һеҙҙәге илһөйәрлек рухы, берҙәмлек, ихласлыҡ, яугирҙарға ҡарата ихтирам-хөрмәт таң ҡалдыра. Тыныслыҡ, иреклек тип баш һалған батырҙар алдында һеҙ үҙегеҙҙе бурыслы тояһығыҙ, уларҙың ҡаһарманлығын йәш быуынға аманат итеп тапшыраһығыҙ. Хәтер ебен өҙмәүегеҙ өсөн һәммәгеҙгә лә ҙур рәхмәт, - тине сығышында Андрей Иванович.
Эйе, пандемияға бәйле киҫкен осорҙа, хәүефһеҙлек сараларын тулыһынса үтәп, алдарына алған ниәтте теүәл атҡарып сыҡты халыҡ. Сәфәрғолдар ойоштороу эшен Инйәрҙә йәшәүсе ауылдаштары Дим Йомағужинға тапшырһа, яңы хәсәндәр иһә әйҙәүсеһе итеп ауыл старостаһы, депутат Зөбәйер Һәҙиәтовты һайлаған. Ауылдаштарының ышанысын аҡланы ир аҫылдары - ваҡытында аҡсаһы ла йыйылды, өмәләр ҙә үтте, һәйкәлдәр ҙә тәғәйен мәлгә әҙер булды. Ойоштороусылар 70-әр мең һум күләмдә аҡсалата ярҙам күрһәткән Инйәр ауыл хакимиәтенә лә оло рәхмәтен белдерҙе. Әйткәндәй, һәр һәйкәл яҡынса 300 мең һумға торошло булған.
- Ауылдаштарыбыҙҙың, ситтә тѳпләнгән ерҙәштәребеҙҙең әүҙемлеге, дәррәүлеге һоҡландырҙы. Кемдер аҡсалата, кемдер тѳҙѳлѳш материалдары, бәғзеләр хәләл кѳсѳ менән ҙур ярҙам күрһәтте. Хѳрмәткә лайыҡ оло быуын вәкилдәренең - Рәсимә Солтан ҡыҙы Вәлиеваның, Рауил Муса улы Хужиәхмәтовтың алдынғылар рәтендә йѳрѳүе лә ниәтебеҙҙең мәртәбәһен генә арттырҙы. Ѳс таҡтаташтан торған һәйкәлдә 27 Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирының, 7 сәйәси золом ҡорбанының, 50 тыл ветеранының, 1 яугир-интернационалистың исемдәре уйылған. Бынан ары тѳйәгебеҙҙең дан кешеләре мәңге хәтерҙән юйылмаҫ, - ти Дим Басир улы.
Яңы Хәсән ауылы старостаһы Зѳбәйер Мосафир улы ла ауылдаштарының фиҙаҡәрлегенә, рухлылығына, татыулығына ихлас һѳйѳнә. Һәр башланғысты элеп алған, ғәмәлдәрҙе урын-еренә еткереп тормошҡа ашырған ауыл әүҙемдәре - Илдар Ғариповҡа, Әлфәрит Ямашевҡа, Нәжип Басировҡа, Айҙар Аҙнасуринға, Тимерғәле Ғәйфуллинға, Лилиә Сәйетоваға, Фәнзиә Әхтәмоваға, эшҡыуар Нур Зариповҡа, Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Фәнүр Әлибаевҡа, Инйәр ауыл Советы һәм район хакимиәте башлыҡтарына, барлыҡ ауыл халҡына рәхмәте ҙур ойоштороусының. Әйткәндәй, Зѳбәйер Һәҙиәтов, ауыл советы депутаты булараҡ, атайсалында ғына түгел, Манышты, Сәфәрғол ауылдарында ла һәйкәл ҡуйыу ѳсѳн байтаҡ кѳс һалған.
Митинг тамамланғас, ауыл уңғандарының һәммәһе лә Инйәр ауыл һәм район хакимиәттәренең, муниципаль район Советының Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Артабан иһә ике ауыл сәхнәһе һәүәҫкәр йырсы-бейеүселәрҙең, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең бай йѳкмәткеле концертынан гѳр килде.
Бына шулай, ҡаһарман яҡташтарының рухын шатландырып, изге ғәмәлдән илһам, дәрт алып, матур байрам ойошторҙо райондаштар.
Нәркәс СѲЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: