Баш мөхәррир Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова барыһына ла изге теләктәрен еткереп, артабан да “Урал” менән бергә булырға саҡырҙы, районыбыҙҙа сыҡҡан берҙән-бер башҡорт баҫмаһының киләсәге улар ҡулында булыуы тураһында әйтеп үтте.
Бүләк отоусылар, үҙҙәре менән таныштырып, телмәр тотто, “Урал”- ды көтөп алыуҙарын, унда баҫылған мәҡәләләрҙе яратып уҡыуҙарын белдерҙе, редакция хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләне.
Шулай итеп, Белорет ҡалаһынан Мөкәрәмә Хызыр ҡыҙы Уралова - ҡаҙан, Инйәрҙән Мөнирә Сәлмән ҡыҙы Сәлимйәнова - бензин канистры, Сермән ауылынан Нәсимә Хәдис ҡыҙы Әмирсәниева – кувшин менән стакандар, Инйәрҙән Сәғилә Сөләймән ҡыҙы Мырҙағәлина - буяу, Белорет ҡулланыусылар кооперативы коллективы - һыу фильтры, Мөхәмәт ауылынан Ғиниәт Хәбибрахман улы Таһиров - күсмә лампа, Рима Кәлим ҡыҙы Мусина (Ҡаһарман) - эмалләнгән биҙрә, Зәлифә Заһир ҡыҙы Мырҙағәлина (Бирҙеғол) – инструменттар йыйылмаһы, Зәмзилә Вәлләм ҡыҙы Әпҡәдирова (Олойылға) - һыу канистры, Фәймә Йәүҙәт ҡыҙы Шәрәфетдинова - кер элгес, Айгөл Рәсүл ҡыҙы Закирова (Йөйәк) - баҡса ҡоротҡостарына ағыу һиптергес, Тамара Кәшәф ҡыҙы Сәғитова (Белорет) - кер өсөн кәрзин, Римма Әхмәтзия ҡыҙы Ғәлимйәнова (Үҙәнбаш) – керамик банка, Вәсилә Зөлфәр ҡыҙы Дәүләтбаева (Рысыҡай) - плед, Рауил Солтан улы Ғилманов (Егәҙе) – мебель степлеры, Хәшиә Таип ҡыҙы Уледанова (Белорет) - стакандар, Дилбәр Йомабай ҡыҙы Рәхмәтова (Шығай) - электр сәйнүге, Рәмзиә Самат ҡыҙы Мөхәмәтйәрова (Сосновка) - инструменттар өсөн ҡумта, Илдар Зиннур улы Ямалетдинов - (фонарь), Сәлим Нурмөхәмәт улы Асҡаров (Мәхмүт) - кәстрүл отто.