Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта етәкселегендәге эш төркөмө үткән шәмбе иртә менән был ауылдарға, халыҡ менән күрешеп һөйләшергә, был яҡтарҙа йәшәгәндәрҙең тормошо менән танышырға юлға сыҡты. Ошо көндәрҙә яуып торған ямғырҙар Егәҙегә барған юлды ярайһы уҡ бысратҡан. Леспромхоздар гөрләп эшләгән заманда
шаулап торған был яҡтар хәҙер инде элекке хөрлөгөн юғалтҡан. Егәҙе ауылында беҙҙең төркөмгә ошо яҡтарҙа йөрөү өсөн махсуслаштырылған техника менән ауыл хакимиәте башлығы Радик Яныбаев, эшҡыуар Ришат Мөхәмәтвәлиев, Наил Вәлиев ҡушылды. Беҙ Ботай ауылы эргәһенән үтеп, Баҡыйға алып бара торған юлға төштөк. Юл тип әйтһәң, хәтер ҡалыр тиһәк тә, ошонан башҡа оло тормош менән бәйләгән башҡа юл юҡ. Саҡырлы-соҡорло ерҙәрҙән бата-сума, бормалы юл аша бер түбәнгә, бер үргә үрмәләп тау биттәренән киләбеҙ. Беҙҙән алда ла әллә нисәмә машина үткәне күренә. Соҡорҙарҙағы һыуҙы йыра-йыра, бер нисә урында туҡталып, батҡыл урындарҙа йәйәү ҙә атлап, ауылға табан барабыҙ. Кеше ҡулы теймәгән, ҡуйы урмандар һоҡландыра. Ҡаяларға йәбешеп үҫкән ағастарға, бейек үләнгә, йылғаларға һоҡлана-һоҡлана бараһың. Юл буйына күпереп үҫкән боланут сәскәләре, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә ауылға еткәнсе юлсыларҙы оҙата. Бына тәүге туҡталыш. Матур итеп кәртәләп алынған ҙур йорт. Яланда күбәләр, бер яҡ ситтә умарталар теҙелгән. Беҙҙе Алмирад Ғилманов ҡаршы алды. Ул бында Азат Абдуллин менән умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Уның менән бер аҙ аралашҡандан һуң, юлды дауам иттек.
Бына Еҙем йылғаһы аша яңы төҙөлгән киң, ныҡлы күпергә лә килеп еттек. Күпер - ул был яҡта йәшәгәндәрҙең күптәнге хыялы ине. Ниһайәт, хыялдары тормошҡа ашҡан.
Күперҙе үтһәң, Баҡый ауылына ла күп ҡалмай. Урман араһынан килеп сыҡҡас, кинәт кенә бейек тауҙар теҙмәһе башлана. Матурлыҡ һушты алырлыҡ! Бейек тауҙар: Йыуанташ, Бизмәнташ, Ҡалыу, Алабейә, Әсҡәт тауҙары уратып алған Баҡый ауылына 1711 йылда нигеҙ һалынған. Уның быға тик-лемге тарихы ла бар. Ҡалыу тауының башына менеп кенә кеҫә телефоны аша һөйләшергә мөмкин икән. Уны аша төшһәң, Хәйбулла ауылына барып сығаһың. Тау аша иң ҡыҫҡа юл - ошо.
Баҡый ауылының старостаһы Рим Аллаяров, ауыл халҡы район хакимиәте башлығы Андрей Иванович менән аралашырға йыйылған. Мәктәп баҡсаһында обелискылар урынлашҡан. Уны эшләтеп ҡуйыу өсөн Сабир Шәрипов яҡташтары менән ҙур тырышлыҡ һалғайны. Андрей Иванюта етәкселегендәге төркөм Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайта алмаған яугирҙарға һәм һуғыштан иҫән ҡайтып, тыныс тормошта вафат булғандар иҫтәлегенә тѳҙѳлгән һәм Зѳбәй Үтәғоловҡа арнап ҡу-йылған обелискыларға веноктар, сәскәләр һалды. Артабан барыһы ла мәктәпкә инде.
- Алтмышынсы йылда Баҡый ауыл Советында 800-ҙән ашыу кеше иҫәпләнгән. 120 бала мәктәптә уҡыған. Мәктәптең интернаты бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе Президентыбыҙ Мортаҙа Рәхимов төҙөткән, Зөбәй Үтәғолов исемен йөрөткән мәктәп, балалар һаны кәмегәс, 2008 йылда ябылды, - тип мәғлүмәт бирә Рим Аллаяров. Мәктәптә урынлашҡан музей ҙа, кластар ҙа әлегә уртаса һаҡланған. Шулай ҙа мәктәпте, ауыл халҡы менән өмә үткәреп, таҙартып ҡуйырға кәрәктер баҡыйҙарға. Мәктәп йәшендәге 6 бала ҡаланың лицей-интернатында белем ала һәм каникулға ғына ҡайтып йөрөй.
Артабан осрашыу ауыл китапханаһында барҙы. Китапханасы Зәбирә Лоҡманова 0,25 ставкаға эшләй. Һәр көнгә сәғәт ярым эш тура килә. Ауыл халҡы китап уҡырға ярата. Оло йәштәгеләр генә йәшәгәс, ғәҙәттә, китаптарҙы өйҙәренә алып барып бирәм, уҡығандарын йыйып алам, ти китапханасы.
Ауыл кешеләре Андрей Иванютаға бер-бер артлы һорауҙар яуҙырып ҡына торҙо. Күбеһен, әлбиттә, юл мәсьәләһе борсой. Андрей Иванович баҡыйҙарға юлдың иң насар ерҙәрен генә, йыл һайын яйлап, бер-ике саҡрымлап төҙөкләндереп барасаҡбыҙ, тине. Ә тулыһынса яңы юл һалыу өсөн райондың мөмкинлеге юҡ. Сөнки районда 1300 километрҙан ашыу юл иҫәпләнә. Был юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн әллә нисә миллиард һум аҡса кәрәк. Республика биргән 20-25 миллион һум райондың насар юлдарын төҙөкләндереүгә китә. Ә быйыл коронавирус пандемияһына бәйле республика аҡсаны ҡыҫҡартты. Илдәге килеп тыуған хәл ҡайһы бер программаларҙы икенсе йылға күсерергә мәжбүр итте. Әлбиттә, төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәргә ярҙам кәрәк һәм беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ. Һеҙҙең үтенестәр буйынса системалы эш алып барасаҡбыҙ, тине ул.
Баҡый ауылының элекке мәктәп директоры, хаҡлы ялда булған Зәкиә Баҡыева ауылда телефон бәйләнешенең, таксофондың айҙан ашыу эшләмәүен белдерҙе. Уны ауылдаштары ла йөпләп, эргәлә генә ятҡан Ишембай, Ғафури райондары ауылдарында Интернет бәйләнеше булыуы тураһында әйтте. Был һорауға Радик Яныбаев ошолай тип яуап бирҙе: 2021 йылда Башинформсвязь “Ауылдарға Интернет үткәреү” программаһы буйынса Өмөтбай һәм Баҡый ауылына Интернет үткәрәсәк. Әгәр кәрәкле кабель үтһә, мобиль телефон бәйләнеше лә буласаҡ.
Шулай уҡ иң ҙур проблемаларҙың береһе - ҡорт балын, һыйыр, йылҡы итен һәм башҡа аҙыҡ-түлек продукцияһын ҡалаға һатырға сығара алмауға зарланды баҡыйҙар. Ысынлап та, Баҡый, Хәйбуллала йәшәгәндәр күпләп бал ҡорто тота. Һәр йорттоң баҡсаһында умарталар теҙелгән. Һәр хужалыҡ 1-2 тонна бал һата ала. Баҡыйҙан ғына 10-15 тонна бал сығарырға мөмкин. Сифаты яғынан иң яҡшы йүкә балын Баҡый бренды итеп сит яҡтарға оҙатырға, ҡаланың үҙәк баҙарында һатыу нөктәһе асырға ауыл халҡы хакимиәт башлығынан ярҙам һораны. Һорауҙарҙың барыһын да Андрей Иванович ентекләп яҙып алды.
Сүп-сар түгеү мәсьәләһен дә күтәрҙе баҡыйҙар. Сөнки кѳнкүреш ҡалдыҡтары сығарылмай, ә түләү өсөн квитанциялар килә. Янғын хәүефһеҙлеге лә борсой ауыл халҡын. Һатып алынған янғын мотопомпаһының еңе ҡыҫҡа. Егәҙе хакимиәте башлығы һыу һиптереү ѳсѳн 100 метр шланг килтерәсәген әйтте.
Шулай уҡ телефон бәйләнеше, электр утының өҙлөкһөҙ һүнеүенә, ҡайһы саҡта 3-4 көн утһыҙ ултырыуҙарына ла зарланды баҡыйҙар. Өс аҙна буйы электр уты иртәнге 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем һүндерелә. Был электр линияһы үткән урындарҙа ағастарҙың ботаҡтарын ҡырҡыу эштәре менән бәйле - тип аңлатты Егәҙе хакимиәте башлығы Радик Яныбаев. - 1999 йылдан бирле линия үҫкән ағастарҙан таҙартылмаған. Әлегә был эштәр тағы ике аҙна барасаҡ. Әгәр был эштәр тамамланһа, телефон, таксофон буйынса белгестәр килеп, төҙәтеп китәсәк. Был турала һөйләшелгән.
Баҡыйҙарға 2021 йылда “Үҙидаралыҡтарға ярҙам” һәм “Реаль эштәр” программаларында ҡатнашырға кәрәк. 2018 йылда был программа буйынса Егәҙе хакимиәте трактор һатып алды. Киләһе йылда ла ҡатнашып, Баҡый халҡына зыяратты кәртәләргә тәҡдим итәм. Ә “Реаль эштәр” буйынса 300 мең һумға ауылда нимәлер эшләргә мөмкин. Был турала йыйылыш үткәргәнгә тиклем уйлай тороғоҙ, - тине.
Почтальон Урал Әминев Муйтаҡ тамағына торба һалыу һәм Сырышҡа һәм Ҡуртаза йылғалары аша бәләкәй күпер төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. Яҙлы-көҙлө был урындар үткеһеҙ була, тине ул. Радик Яныбаев 2021 йылға был урындарға бетон торбалар һалыу ремонт-төҙөлөш идаралығы менән берлектә планлаштырылыуын белдерҙе.
Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы ауылдаштарына мәктәп баҡсаһын матур итеп кәртәләп алғандары өсөн рәхмәт әйтте.
Артабан муниципаль район хакимиәте башлығы фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны. Мѳдир Зарима Мырҙабаева 1993 йылдан бирле эшләй. Бүлмәләр таҙа, һәр ерҙә тәртип. Медицина ҡорамалдары, дарыуҙар менән тәьмин ителгән.
Баҡыйҙар Андрей Ивановичҡа ауылға килеп, халыҡ менән аралашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Рим Аллаяров ауылдың старостаһы ғына түгел, ә эшҡыуар ҙа. Оҙонғор һырты буйында Еҙем йылғаһы ярында туристик база асҡан. Соңғорҡышлау ҡаяһы был базаға мәртәбә өҫтәй. Әлегә бер нисә йорт, мунса ултыртҡан, ял итеү өсөн беседка эшләгән. Көнөнә 1 меңгә яҡын турист үтә, ти Рим Аллаяров. Йыл әйләнәһенә туристар өҙөлмәй.
Хәйбулла
Хәйбулла ауылына юл алыр алдынан, беҙҙең төркөм УАЗиктарға күсеп ултырҙы. Ауылға барып еткәнсе 13 йылға аша үтәһең. Өмөйә әбей ташы юлсыларға хәйерле юл теләп ҡалған кеүек. Кесе Шешәнәк, Еҙем, Оло Шешәнәкте кисеп машиналар алға ынтыла. Юл бик ҡурҡыныс. Халыҡ бесән эшләй, шау сәскәнән генә торған яландарҙа күбә, кәбәндәр теҙелгән. Аҫылмалы бер нисә күпер күренә. Бына Һаралы йылғаһы аша бик күп йылдар элек һалынған аҫмалы оҙон күперҙе ҡарайбыҙ. Баҡыйҙан Хәйбуллаға тау аша йөрөгәндәр ошо иҫкергән, тайғаҡ күпер аша үтә. Тау аша Баҡыйға тура юлдан 5 саҡрым ғына. Ауылға етәрәк, күҙгә иң беренсе булып Ҡоҙғон ташы күренә. Ҡая төбөнән шишмә урғыла.
Хәйбулла ауылына 1834 йылда нигеҙ һалынған. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнап ҡуйылған һәйкәлгә веноктар һалғандан һуң, беҙҙең төркөм ошонда йәшәгән ололар менән аралашты. Ауылда 9 кеше йәшәй. Бынан тыш, буш торған өйҙәргә бала-сағалары менән йәйгелеккә йәшәргә ҡайтыусылар күп. Ауылдың иң оло кешеһе Әнүәр Әхмәҙулла улы Баҡыев. 40 йылдан ашыу Баҡыйҙа фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләп хаҡлы ялға сыға.
Хәйбулла ауылы халҡын да шул уҡ һорауҙар борсой: табиптарға күренеп, тикшереү үтеү, Интернет үткәреү, таксофондың эшләмәүе, оло донъя менән бәйләнеш булмауы, юлдар юҡлығы.
Эйе, оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк, ти халыҡ мәҡәле. Баҡый, Хәйбулла халҡы ошо һоҡланғыс тәбиғәтле, ҡырыҫ ерҙе төйәк итеп, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булмаһа ла, тыуған ауылдарын ташламай. Ошо ерҙе яратҡан тырыш, түҙемле, сыҙамлы Баҡый, Хәйбулла ауылдарының ҡыҙ-улдары республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарында тырышып эшләп йөрөһә лә, йәй етеү менән тыуған ауылына юл ала. Тыуған ерҙәренә, ауылдарына булған һөйөү көсө йәшәтә уларҙы.