Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Август 2020, 14:00

Август айында Һынамыштар, юрамыштар

* 2 август - Ильин кѳнѳ. Ильингәсә тѳшкә тиклем - йәй, тѳштән һуң - кѳҙ.* Ѳлгѳргән арыш икенсегә йәшәрһә, кѳн боҙолоуға.

* 4 август - Был кѳн эҫе торһа, оҙайлы, һыуыҡ ҡышҡа.
* Ҡырмыҫҡалар иләүҙе ҙурайтһа, һалҡын ҡышты кѳт.
* 7 август - Ҡырау тѳшһә, иртә ҡышҡа.
* 12-14 август - беренсе Спас. Ҡорттар бал йыйыуҙан туҡтай.
* 19 август - икенсе Спас. Был кѳндѳ кѳн ҡоро булһа - ҡоро кѳҙгә, кѳн аяҙ торһа - ҡаты ҡышҡа.
* 28 август - ѳсѳнсѳ Спас. Ел-ямғыр булмаһа, кѳҙ аяҙ булыр. Сыуаҡ кѳн - сентябрь уртаһында ямғыр кѳт, йәйғор сыҡһа - кѳҙ оҙайлы һәм йылы булыр.
Читайте нас: