Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Август 2020, 19:45

Данлы башҡорт шағиры

Башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулды.

Ошо айҡанлы республикала “Шағирҙар шағирҙы уҡый” исемле флешмоб иғлан ителде. Уны Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Өфөләге Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Еҙем-Ҡаран ауылындағы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы һәм Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды ойошторҙо. Ҡатнашыусыларға шағирҙың, йәки уға бағышланған үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡырға тәҡдим ителде.
Башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып иҫәпләнгән Мәжит Ғафуриҙың исеме республикала тотош бер районға бирелгән, Өфөлә уның исемендәге парк бар, шулай уҡ Башҡорт дәүләт академия драма театры ла халыҡ шағирының исемен йөрөтә.
Әҙип хәҙерге Ғафури районында, ауыл мөғәллиме ғаиләһендә тыуып үҫкән. Бик иртә етем ҡалып, йәштән миҙгелле эштәргә егелеп эшләй. Беренсе белемен ауыл мәҙрәсәһендә ала. Һуңынан Троицкиҙың билдәле “Рәсүлиә”, Ҡаҙандың - “Мөхәмәҙиә” һәм Өфөнөң “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡый. Шағирҙың тәүге ижады, бер яҡтан, дин фанатизмына ҡаршы булһа, икенсенән, ул осорҙағы ябай кешеләрҙең фәҡир тормошон һүрәтләүе лә беҙҙе әсе хәҡиҡәткә алып ҡайта. Ярлы һәм бай араһындағы ҙур айырманың булыуы, айырыуса балаларҙы йәлләү тойғоһо уның һәр шиғырында һәм әҫәрендә ярылып ята.
Совет йылдарында Мәжит Ғафури Башҡортостанда автономия баҫмаларын юлға һалыу менән шөғөлләнә. Уның билдәле “Ҡара йөҙҙәр”, “Шағирҙың алтын приискыһында” әҫәрҙәре совет осоронда башҡорт прозаһына нигеҙ һала. Мәжит Ғафури республикала әҙиптәрҙән беренсе булып халыҡ шағиры тигән юғары исемгә лайыҡ була.
Үҙем һәм халҡым
Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
Шул ваҡыт мин бик юғары
Ҡош кеүек, осһам әгәр,
Ә улар һаман шулай
Баҫҡан урынында торһалар?..
Мәжит ҒАФУРИ.
(1912 йыл).
(Фото Интернеттан алынды.)
Читайте нас: