Шәхси эшҡыуарҙар Анастасия һәм Ришат Мәхмүтовтар исемле бокалдар менән һатыу итһә, Полинаның яҙмышына битараф булмаған кешеләр - Динара Ғәббәсова, Алиса Ғәдиәтуллина, Зилә Миннигәрәева, Римма һәм Дамир Әминевтар, Динара Склокина һәм ирекмәндәр үҙҙәренең ҡул эштәрен, биҙәүестәр, бал, еләк-емеш, ҡурсаҡтар, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәрҙе һатыуға ҡуйҙы. Уларҙан килгән аҡса бәләкәй баланы дауалау өсөн тотоноласаҡ.
Йәш ярымлыҡ Полинаны дауалау өсөн ҡиммәтле дарыу - “Золгенсма” талап ителә. Был инъекцияны балаға ошо йылдың 28 декабренә тиклем эшләтеп өлгөрөргә кәрәк. Йәшәү хаҡы 170 миллион һум тәшкил итә. Әлеге көндә ни бары 2,5 миллион һум ғына аҡса йыйылған.
Башҡорт-татар эстрадаһының билдәле йырсылары – Гөлназ Асаева, Ян Лира, Айҙар Ғәлимов, “Арғымаҡ” төркөмө, Заһир Зәйнетдинов һәм башҡалар Полинаға арнап клип та төшөргән. Шулай уҡ Белорет, Өфө ҡалаларында “Полина, йәшә!” тип аталған автосәйәхәттәр уҙҙы.
Сир аяуһыҙ, бала көндән-көн хәлһеҙләнә. Рузилә менән Алексей Елсуковтар, берҙән-бер ғәзиз ҡыҙҙарының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн, был хәлгә битараф булмағандарҙан ярҙам һорай. Сөнки был сумманы үҙаллы йыйырға ғаиләнең хәленән килмәй.
Полинаға нисек ярҙам итергә:
Сбербанк - 2202 2007 8994 4707
Сбербанк онлайн - 8-999-582-3936
Валюта иҫәбе - 4081 7810 7060 0656 6659
Альфа Банк - 5486 7320 5128 2630
Иҫәптәр Елсукова Рузилә Рәсих ҡыҙы исемендә.