Үҫемлек майына тоҙ, шәкәр, аш һеркәһен һалып, маринад әҙерләйбеҙ. Ташҡабаҡты, орлоҡтары алынған татлы боросто - һаламлап, һуғанды ярымҡулсалап турайбыҙ, помидорҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ.
Ҡайнап торған маринадҡа ташҡабаҡты һалып, 5 минут бешерәбеҙ. Һуған ҡушып, тағы 5 минут утта тотабыҙ. Артабан татлы борос һалабыҙ. 5 минут ҡайнатҡандан һуң помидор өҫтәйбеҙ ҙә 10 минуттан һүндерәбеҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ, яҡшылап ябабыҙ.