Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Август 2020, 12:05

ЛЕЧО

Кәрәк: 3,5 кг помидор, 7 болгар боросо, 7 тырнаҡ һарымһаҡ.

3-4 боросто ғына ваҡ итеп һаламлап турарға ла ҡалған йәшелсәләрҙе ит тартҡыстан үткәрергә. Былай эшләнелгән лечо пицца бешергәндә ҡулланыу өсөн дә, ашҡа һалыу, ашау өсөн дә уңайлы.
Шунан 200 гр шәкәр ҡомо, 4 аш ҡалағы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ, 100 гр еҫһеҙ көнбағыш майы һалып, 40 минут бешерергә лә, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡаплап ҡуйырға.
Читайте нас: