Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Август 2020, 12:30

Йәшә, Ҡуштау!

Ҡуштау - ѳс шихандың береһе. Унан йыраҡ түгел, Йѳрәктау, Торатау тауҙары тора. Ҡуштау «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» - шихан булараҡ билдәләнгән. Әйткәндәй, ул Башҡортостандағы иң ҙур шихантау. Шихандарҙың 250 миллион йыллыҡ тарихы бар.

Ҡуштау шиханы бѳгѳн, бар илде шаулатып, кѳнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Быға тиклем «Башҡортостан сода компанияһы» вәкилдәре, Ҡуштау сеймалының химик составы етештереү өсөн ҡулай түгел, тип белдергәйне.
Республика Хөкүмәте компанияға сеймал сығанаҡтары сифатында Ғүмәр ятҡылығын һәм башҡа сығанаҡтар тәҡдим итһә лә, «Башҡортостан сода компанияһы» уларҙың береһен дә ҡабул итмәне. Компанияла әйтеүҙәренсә, Торатау производствоға яҡын урынлашҡан һәм эзбиз составы буйынса ҡулай сығанаҡ. Ғалимдар ҙа, биологтар, археологтар, экологтар һәм киң йәмәғәтселек шиханды, атап әйткәндә, шихандарҙы эшкәртеү идеяһын хупламаны.
Һуңғы ваҡытта республикала Ҡуштауҙы эшкәртергә йыйыныуҙары тураһында хәбәр ҡуйырып китте. "Башҡортостан сода компанияһы"ның генераль директор урынбаҫары Рөстәм Басиров быны тәүҙә геологик эҙләнеү алып барыу тип аңлатты.
Тауға ауыр техника индерелде, тирә-яғы кәртәләп алына башланы.
- Был беҙҙең сеймал базаһы. Дәүләт беҙгә Ҡуштауҙы сеймал сифатында бирҙе. Ғүмәр, Ҡаран һәм башҡа ятҡылыҡтарҙағы эзбиз техник үлсәмдәре һәм сит ҡушымталары бу-
йынса яраҡһыҙ. Химия сәнәғәте өсөн таҙа эзбиз кәрәк, тимер юл, Ағиҙел йылғаһы һәм таҙа эзбизле шихандар. Беҙ булған ресурстар менән эшләйәсәкбеҙ, - тине ул.
Алдан киң мәғлүмәт саралары яҙғанса, Ҡуштау запасы комбинаттың 50 йыл буйы өҙлөкһөҙ эшләүенә етергә тейеш имеш.
Башҡортостан шиханы Ҡуштауға, изге тауға ҡул һуҙыу халыҡта, йәмәғәтселектә, тәбиғәтте яҡлаусыларҙа, Рәсәйҙең билдәле кешеләрендә, хатта сит илдәрҙә йәшәгәндәрҙә ризаһыҙлыҡ, шау-шыу тыуҙырҙы.
Ҡуштауҙағы хәл-ваҡиғалар Башҡортостанда йәшәгәндәрҙе икегә бүлде. Изге тау, ҡомартҡы Ҡуштау яҡлылар һәм «Башҡортостан сода компанияһы» яғында тороусылар. Ябай халыҡ, йәмәғәтселек, экология яғында тороусылар, Башҡортостандың тәбиғи байлығына битараф булмаған йәштәр Ҡуштауҙы һаҡлап ҡалыу ѳсѳн бергә тупланды. Эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған кешеләр яҙмышы ѳсѳн борсолғандар икенсе яҡтан урын алды.
Һуңғы ике кѳндә акциялар кѳтѳлмәгән йүнәлеш алды, “Башҡортостан сода компанияһы” хеҙмәткәрҙәре яҡлылар һәм экологик әүҙемселәр араһында бәрелештәр булды. Ҡуш-
тауҙағы бәрелештәр, кѳсѳргәнешле хәл һәм ҡаршы тороуҙар икенсе кѳндә лә дауам итте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштау шиханына барып, әүҙемселәр менән осрашты һәм ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар тапмай тороп, тауға бер кем дә теймәйәсәк, тине.
Радий Хәбиров сәйәси тѳҫ ала барған был ваҡиғаны туҡтатыу ѳсѳн:
- Ҡуштау шиханына бер кем дә менмәйәсәк, компромислы ҡарар тапмайынса, бер ниндәй эштәр ҙә алып барылмаясаҡ, - тине йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп. - Мин экстремизмға ҡаршы һәм бөтәгеҙҙең дә туҡтауығыҙҙы һорайым. Иң әүҙемдәрегеҙҙе беҙҙең менән һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға саҡырам. Был хәлде ентекләп тикшерергә мин әҙер. Һуғышыу етте, башҡа бер кемгә лә рөхсәт итмәйәсәкбеҙ.
Ҡулға алынған протеста ҡатнашҡандарға туҡталып, Башҡортостан Башлығы улар буйынса ҡарар закон сиктәрендә ҡабул ителәсәк, тине.
- Ҡулға алынған кешеләрҙе беҙ сығарырға тырышасаҡбыҙ. Унда әүҙемселәрҙе генә түгел, ә “БСК”ны яҡлап сығыш яһағандарҙы ла ҡулға алдылар. Барыһы ла законға ярашлы буласаҡ. Мин быны ныҡлы вәғәҙә итәм, - тине Радий Хәбиров.
Ҡуштауҙы яҡлап сыҡҡан егеттәрҙе, ябай халыҡты экстремистарға, ваххабиттарға тиңләй башланылар. Быға яуап итеп республика Башлығы:
- Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса. Мин һәр ваҡыт экстремизм һәм ваххабизмға ҡаршы булдым. Был минең шәхси ҡарашым. Вәғәҙә итәм, бынан ары бер кем дә, айышына төшөнмәй тороп, бөтәһен дә экстремистарға тиңләмәйәсәк. "БСК" тауҙан беренсе булып китә, үҙе артынан техникаларын да ала. Полицияның да күп ѳлѳшѳ Ҡуштауҙы ҡалдырасаҡ. Әммә бында тәртип булһын, ҡалғандар тыныс таралышһын ѳсѳн полицияның бер ѳлѳшѳ ҡаласаҡ.
Башҡортостан Башлығы әүҙемселәрҙең Ҡуштау буйынса Координация советы булдырыу тураһындағы тәҡдимен ҡабул итте һәм хәрәкәт лидерҙарын иртәгә үк уның беренсе ултырышына килергә саҡырҙы.
- Һеҙҙең - миңә, минең һеҙгә һорауҙарыбыҙ бик күп. Иң әүҙемдәрегеҙҙе беҙҙең менән һөйләшеү өҫтәле артына ултырырға саҡырам. Бер үтенес бар: үҙ-ара хәл итеп, башлыҡтар һайлағыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Иртәгә һөйләшербеҙ. Беҙ бик ентекләп был хәлде тикшерергә әҙер.
Башҡортостан Башлығы менән осрашыу һөҙөмтәһендә әүҙемселәр митингты туҡтатты.
Радий Хәбиров тауҙы яҡлаусылар талабы менән килеште: "Сода" Ҡуштау тауына алып барған тѳҙѳлѳш техникаһын һәм кѳнкүреш сүп-сарын йыйып алырға тейеш. Шунан һуң ғына Ҡуштау яҡлылар таралышырға риза булды.
Читайте нас: