Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Август 2020, 13:00

Башҡорт тимерҙән яралғанмы?

Тимер - кеше ҡанында иң мөһим функцияны үтәүсе, йәғни гемоглобинды үҫтереүсе өлөшсә.

Башҡорт ҡыҙҙары алма битле булған өсөн, күпселектә, есеменә исемен тура килтереп Алмабикә, Алтынай, Көнһылыу кеүек исемдәр ҙә йөрөтә. Гемоглобин кеше ҡанын кислород менән тулыландыра, организмдың энергия сығанағы булып хеҙмәт итә. Ә гемоглобин етешмәгән, анемия менән сирләгән кешеләр аҡһыл төҫлө була, ул хәлһеҙләнеп йонсой. Тутлап ятҡан һәр бер тимер киҫәге лә кеше өсөн дауа тип уйларға кәрәкмәй. Тимер нигеҙендә эшләнгән дарыуҙар хәҙер киң ҡулланыла, ә дауалау режимын табиптар тәғәйенләй. Медицина алға китмәгән ваҡытта, беҙҙең халыҡ тәбиғәттә үҫкән үҫемлектәр, йылғалағы балыҡтар менән туҡланған, ә кешенең һаулығын йөҙөнә ҡарап билдәләгән. Ирҙәрҙең йөҙөнә ҡарап та күп нәмәне әйтергә мөмкин. Дон һәм Кас-пий буйы казактарын фильмдарҙа һаҡаллы итеп күрһәтәләр. Был ысын. Һаҡал, мыйыҡты ҡырып тороу өсөн ҡырғыс йәки үткер бәке кәрәк. Дон йылғаһы буйында тимер рудаһы булмағас, ҡайҙан үткер бәке алһындар инде. Ғәрәп илдәрендә лә һаҡалтай кешеләр күп йәшәй. Башҡорттар тимерҙе яҡшы үҙләштергән. Уларҙа беләк көсө лә, сыҙамлыҡ та бар. Һәр саҡ ҡырынып йөрөйҙәр. Башҡорттоң иң юғары сифаттары тимерҙән яралған тип фекерләргә тулы нигеҙ бар. Таштимер, Тимербулат, Тимербай исемдәрен тимерҙән бәхет өмөт иткән өсөн ҡушҡандар. Үкенескә күрә, милли йолаларҙы емереп килеп ингән яңылары беҙҙең халыҡтың шул нигеҙен боҙоп милләтебеҙҙең тамырын киптерә.

Алтынбай ҠОРМАНАЕВ,
РФ хеҙмәт ветераны.

Читайте нас: