Фәнүр Мөхәрәм улы, тәү сиратта, райондың дистанцион уҡыуҙы уңышлы атҡарып сығыуын, сығарылыш класс уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтихандарында ярайһы уҡ юғары һөҙөмтәләргә ирешеүен билдәләп үтте.
- Быйылғы йыл барыбыҙ өсөн дә етди һынауға әүерелде. Коронавирус инфекцияһы арҡаһында уҡытыуҙы дистанцион формала ойоштороу бихисап мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Шулай ҙа яңы шарттарҙа юғалып ҡалманыҡ - уҡыу йылын лайыҡлы тамамланыҡ. Иң мөһиме, педагогтар, балалар һәм атай-әсәйҙәр араһында был йоғошло сир ҡоторманы. Яңы уҡыу йылында төбәк мәктәптәренә - 520 мең, балалар баҡсаларына 245 мең бала килһә, ә инде урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында 100-әр мең тирәһе студент уҡыясаҡ. COVID-19 инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн белем биреү учреждениеларында санитар-гигиена талаптары, хәүефһеҙлек саралары ҡәтғи үтәлергә тейеш, - тине ул.
Етәксе шулай уҡ республикала “Мәғариф” һәм “Демография” милли проекттарының ни рәүешле тормошҡа ашырылыуын, районыбыҙҙа ниндәй программаларҙың уңышлы ғәмәлләшеүен телгә алды. Иҙел башының һигеҙ мәктәбе базаһында “Үҫеш нөктәһе” проекты эшләп килә. Быйыл һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре тағы Инйәр һәм Тимер юл мәктәптәрендә лә асыла. “Һанлы белем биреү мөхите” проектына ярашлы, республиканың 101 белем усағы заман талаптарына яуап биргән ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк. Беҙҙә әлегә бер мәктәп - ҡаланың 14-се гимназияһы ғына ошо проектта ҡатнаша.
Яңы уҡыу йылында райондың 33 белем биреү ойошмаһы “Сәләмәт быуын - көслө төбәк” эксперименталь майҙансығында эш башлай. Тимәк, 700-ләп бала һаулығын һәм физик мөмкинлектәрен яҡшырта аласаҡ. Фәнүр Мөхәрәм улы әйтеүенсә, төбәктә белем сифатын күтәреү йәһәтенән етди аҙымдар яһала. Полилингваль мәктәптәрҙең асылыуы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Бындай ғилем усағы тиҙҙән Уҫманғәле ауылында ла була. Был мәктәптә белем алыу өс телдә - башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә ойошторола. Дәүләт телен һәм башҡа телдәрҙе үҫтереү, популярлаштырыу һәм һаҡлау өсөн Хөкүмәт тарафынан ҙур ресурстар йүнәлтелә.
Республикала уҡыуҙа һәм спортта ҙур уңыштарға ирешкән уҡыусылар, һөнәри йәһәттән үрҙәр яулаған уҡытыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай.
- Йыл һайын иң шәп 100 уҡыусы Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ. Белорет районында ла ундай стипендиаттар бар. Быйылдан аҡса күләме 3 мең һумға тиклем арта. Ярыштарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусылар, педагогтар 10 меңдән 100 мең һумғаса премиялар менән бүләкләнә. Бынан тыш, ауыл мәктәптәрендә эшләгән йәш уҡытыусыларға 600 мең һум күләмендә грант алыу мөмкинлеге лә бар. Әйткәндәй, беҙ был проектты илдә иң тәүгеләрҙән булып башланыҡ һәм тик ыңғай яҡтан ғына баһаландыҡ. Быйыл грантҡа йәнә 150 кеше эйә буласаҡ. Тағы ла: республика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған уҡыусыларҙы әҙерләгән 106 уҡытыусы 50 мең һум күләмен дә премия ала, - тине был йәһәттән Премьер-министр урынбаҫары.
Пандемияға ҡарамаҫтан, республикала төҙөлөш эштәре лә әүҙем барҙы. Мәғариф өлкәһендә бер-бер артлы яңы объекттар ҡалҡты. Абҙаҡ, Инйәр ауылдарында заманса балалар баҡсаларына нигеҙ һалынды, белем биреү учреждениеларында ремонт эштәре гөрләне.
Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һүҙҙәренсә, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн муниципаль бюджеттан 9 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Эш барышында 7 ойошманың тәҙрә-ишектәре алыштырылған, Боғанаҡ ауылы балалар баҡсаһының түбәһе яңыртылған. Район-ҡала мәктәптәренең янғын һүндереү баҫҡыстары, сигнализациялары төҙөкләндерелгән, Әүжән һәм Үҙән ауылдарында янғын гидранттарын ҡуйыу эштәре башланған. Районда башланғыс класс уҡыусыларын 100 процент кимәлдә бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү ѳсѳн Береш, Рысыҡай, Әзекәй, Аҙналы, Отнурок, Мәхмүт ауылдарында ашханалар сафҡа индерелде. Хәүефһеҙ мөхит булдырыу маҡсатында, мәғариф объекттары террорға ҡаршы ҡорамалдар менән тәьмин ителә. 10 ойошмала - өҫтәмә видеокүҙәтеү камералары, 11 мәктәп һәм балалар баҡсаһында - контроль системаһы, 15 мәктәпкәсә балалар учреждениеһында домофондар барлыҡҡа киләсәк.
Мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева дистанцион белем алыуҙың, Берҙәм дәүләт имтихандарының йомғаҡтары менән таныштырһа, ҡаланың медицина колледжы директоры Азат Хамматов мәктәптә яңы ҡағиҙәләрҙең үтәлеше ѳсѳн яуаплы медицина инспекторҙарының бурыстарын тѳшѳндѳрҙѳ. Медицина колледжының IV курсында уҡыған буласаҡ фельдшерҙар 300-ҙән ашыу уҡыусы белем алған ҙур мәктәптәрҙә генә нәүбәткә баҫа. Уларҙы муйындарына тағылған йәшел галстук, күкрәктәренә беркетелгән билдә һәм ҡулдарындағы чек-лист арҡылы танырға мөмкин.
Кәңәшмәгә йыйылыусылар шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының түләүһеҙ туҡланыуы, яңы уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттар тураһында ла фекер алышты. Һәр йылдағыса, сарала район-ҡаланың иң һәләтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылары билдәләнде.
Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре ѳсѳн ҡаланың 11-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Машкина, 8-се мәктәптең физика уҡытыусыһы Ирина Лисовская, 16-сы мәктәптең технология һәм рәсем уҡытыусыһы Ирина Волкова, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алена Алексеева Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнһә, 19-сы балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Людмила Васильева, 18-се мәктәптең уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Надежда Балова, 23-сѳ балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Гридневская, Инйәрҙең 2-се мәктәбенең география фәне уҡытыусыһы Гѳлнара Латыпова “Рәсәй Федерацияһының белем һәм тәрбиә биреү буйынса маҡтаулы хеҙмәткәре” күкрәк билдәһенә лайыҡ булды.
“Йыл уҡыусыһы” муниципаль конкурсы еңеүселәре - Ломовка мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Полина Козлова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының IX класс уҡыусыһы Гѳлсинә Нәбиуллина, 21- се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Богдан Симонов, 17-се гимназияның X класс уҡыусыһы Дарья Буланина, 14-се гимназияның X класс уҡыусыһы Артем Александров һәм VII класс уҡыусыһы Ангелина Дәүләтшина Маҡтау грамоталары менән билдәләнде.