Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Август 2020, 13:40

Тиңдәштәренә үрнәк

Көләс йөҙлө, ихлас, эскерһеҙ ҡарашлы был ҡыҙ - Шығай мәктәбе уҡыусыһы Гөлминаз ХАФИЗОВА булыр.

Гөлминаз шиғыр, хикәйәләр ҙә яҙа, йыр-бейеүгә лә һәләтле. “Өс кенә йәшендә үк һүҙҙәрҙе рифмаға һалып, шиғыр сығарып һамаҡлап ултырыр ине, - ти әсәһе Гөлдәр Таһир ҡыҙы. - Шығай күп тармаҡлы ауыл клубындағы “Ауаз” ҡумыҙ һәм бейеү түңәрәктәрендә лә ихлас шөғөлләнә, йырлай ҙа”.
Шығай мәктәбенең V класын тик “биш”ле билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙ, мәктәптә, район-ҡалала ойошторолған бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай, конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Уның Диплом, Грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Мәҫәлән, онлайн форматта үткән, Мәскәү ҡалаһының “Таланттар планетаһы” үҫмерҙәр һәм балаларҙы яҡлау фонды ойошторған III халыҡ-ара балалар, үҫмерҙәр һәм ололар ижады конкурс-фестивалендә башҡорт халыҡ бейеүен бейеп, I дәрәжә Дипломға һәм кубокка эйә булған, йәш шиғыр һөйләүселәрҙең “Тере классика-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының район кимәлендәге конкурсында - III, “Зәйнәб Биишеваның ижады һәм тормош юлы” республика конкурсында - I, “Урал батыр” эпосы буйынса үткән республика конкурсында - II, район кимәлендә үткән “Еҙ үксә”, “Һаумы, һаумы, әкиәт”, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Йөрәктәрҙә Бөйөк Еңеүҙе һаҡлайбыҙ”, шиғыр һөйләүселәрҙең “Тере һүҙ”, Ғәли Хәмзин исемендәге йыр һәм башҡа конкурстарҙа тәүге урындарҙы яулаған. Бынан тыш, математика, инглиз, рус теле буйынса үткән олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булған.
“Мине төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашырға һәр саҡ әйҙәп, дәртләндереп торған беренсе уҡытыусым Гүзәл Рәис ҡыҙы Йомағужинаға, уҡытыусыларым Маһира Абдулхаҡ ҡыҙы Сөнәғәтова менән Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаеваға ҙур рәхмәтемде әйткем килә”, -ти Гөлминаз.
Тырыш, сәмсел, уңған ҡыҙҙың киләсәктә лә еңеүҙәре күп булырына ышаныс ҙур. Ә тиңдәштәренә унан үрнәк алырға ғына ҡала.
Читайте нас: