Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2020, 12:20

Белем көнө менән!

Яңы уҡыу йылында Иҙел башының 43 белем биреү учреждениеһына 12 мең ҡыҙ һәм малай уҡырға бара. I класҡа барған яҡынса 1500 бала өсөн мәктәп ишектәре асыла. Беренселәргә иң яҡшы билдәләр, мауыҡтырғыс мәктәп йылдары, белем алыуға бөтмәҫ-төкәнмәҫ ынтылыш теләйбеҙ.

Оло тормошҡа юл һалған
Мәктәп - ул изге мәккә.
Әл дә ағай-апайҙарым
Янымда бар терәккә.
Улар көс һәм дарман бирә
Минең кескәй йөрәккә.
Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Читайте нас: