Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2020, 12:15

Компенсация биреү тәртибе үҙгәрҙе

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү сығымдарына компенсация биреү тәртибе үҙгәрҙе.

2020 йылдың 1 июленән Башҡортостанда ташламалы категория граждандар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, хеҙмәт ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре, күп балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ урыны һәм коммуналь хеҙмәт күрһәтеүҙәр өсөн түләү сығымдарын компенсациялау тәртибе үҙгәрҙе.
24 августа уҙған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, документ федераль закон талаптарына тура килтереп төҙәтелгән.
Яңы тәртип буйынса компенсация күләме тораҡ урын һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең факттағы иҫәпләүҙәренән сығып иҫәпләнәсәк.
Был үҙгәреш уның күләмен иҫәпләү өсөн кәрәкле белешмәләрҙе ай һайын актуалләштереүҙе күҙҙә тота. Әлеге эш сиктәрендә Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге «Адреслы социаль ярҙам» һәм «Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәр менән мәғлүмәти хеҙмәттәшлек порталы» мәғлүмәт системалары ярҙамында торлаҡ-коммуналь хаҡтар өсөн түләүҙе иҫәпләүҙе ғәмәлгә ашырыусы ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Түләүҙе ике айҙан һуң ғына бирәсәктәр. Әйтәйек, 2020 йылдың июль айы өсөн фактик сығымдар буйынса компенсацияны сентябрҙә түләйәсәктәр.
Тағы бер яңылыҡ: әлеге компенсация торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең барлыҡ төрҙәренә түләү буйынса бурыстар булмағанда ғына биреләсәк.
- Муниципалитеттарҙың иғтибарын шуға йүнәлтәм: халыҡҡа компенсация алыу өсөн закондарҙың яңы талаптары тураһында аңлатырға кәрәк, - тине Ленара Иванова.
- Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, республикала 92 мең ташламанан файҙаланыусы кешенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса бурысы бар.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә был эште яңы талаптарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү һәм ташламалы категориялағы кешеләргә ярҙам итеү өсөн контролгә алырға ҡушты.
Читайте нас: