Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2020, 12:05

Таҙалыҡ көнөндә ҡатнашырға онотмайыҡ

Ул 19 сентябрҙә үтәсәк.

Башҡортостанда #СДЕЛАЕМ2020 Бөтөн донъя таҙалыҡ көнөн үткәреүгә әҙерләнә башланылар, тип хәбәр итәләр республиканың Экология министрлығында.
Ошо көн сиктәрендә “Йәшел Рәсәй” Бөтөн Рәсәй экологик өмә үткәреү ҙә планлаштырыла. Унда илдең барлыҡ төбәктәре ҡатнашасаҡ. Масштаблы экоакция барышында Бөйөк Еңеүгә бағышлап, илдең барлыҡ төбәктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булғандар иҫтәлегенә ағастар ултыртасаҡтар. Башҡортостанда был акцияны 19 сентябрҙә үткәрергә ниәтләйҙәр.
“Был дата осраҡлы рәүештә һайланманы, нәҡ 19 сентябрҙә донъяла #СДЕЛАЕМ2020 Бөтөн донъя таҙалыҡ көнө үтәсәк. Беҙҙең республика унда өсөнсө йыл ҡатнаша. Йәмәғәт институттарын, муниципалитеттарҙы, дәүләт органдарын, халыкты бер командаға туплап, төбәгебеҙҙе таҙараҡ итәбеҙ”, - тине Экология министрлығы вәкиле Ринат Фәтҡуллин.
Ведомствола белдереүҙәренсә, Башҡортостан “йәшел” акцияла ҡатнашыусылар һаны буйынса традицион рәүештә лидерҙар рәтендә - йыл һайын 130 меңдән күберәк кеше ҡатнаша.
Бөтөн дөнъя таҙалыҡ көнө - йыл һайын сүп-сар менән көрәшкә йүнәлтелгән ғәмәлдәрҙең социаль программаһы. Төп баҫым урмандарҙы, аҡландарҙы, йылға һәм күл буйҙарын таҙартыуға яһала. Мөмкин булған урындарҙа ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу ойошторола.
Үткән йылда #Сделаем2019 Бөтөн дөнъя таҙалыҡ көнөндә Башҡортостандың 150 меңдән күберәк кешеһе ҡатнашты. Улар барлығы 25 мең кубометр сүп-сар йыйҙы.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: