Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Сентябрь 2020, 13:10

Сәй тураһында

Көнөнә бер тапҡыр булһа ла сәй эсмәгән кеше бик һирәктер. Сәй эсергә күнеккәнбеҙ.

Ә сәй һатып алғанда уның яраҡлылыҡ ваҡытына иғтибар иткәндәр күп микән һуң? Баҡ тиһәң, оҙаҡ һаҡланған сәйҙә үҙгәрештәр башлана икән.
Һәр продукттың яраҡлылыҡ ваҡыты бар. Бер продукт йылдар буйына һаҡланһа, икенсеһе бер нисә көн эсендә боҙола, ти белгестәр. Ә сәйҙең яраҡлылыҡ срогы уның төрөнә ҡарай. Күптәр ҡулланған таралып тороусы үләнле сәйҙе һаҡлау срогы - күп тигәндә бер йыл. Төргәге асылған булһа, һаҡлау ваҡыты тағын да ҡыҫҡара.
Сәй - бик нәзәкәтле продукт. Уға еҫтәр, дымлылыҡ, янында булған төрлө әйберҙәр тәьҫир итә, тип раҫлай белгестәр.
“Өйҙә сәйҙе керамик, быяла, бер ҙә булмаһа, металл һауытта яҡшы ябылған килеш һаҡларға кәрәк. Ҡатырға төргәктә оҙаҡ тоторға кәңәш ителмәй. Вакуумлы һауыт булһа, ул һаҡлау срогын оҙайта”, - ти белгес.
Яраҡлылыҡ срогы сыҡҡан сәйҙә окисләшеү процесы башлана. Белгестәр аңлатыуынса: “Сәйҙең сифаты төшә. Витаминдар тарҡала, хуш еҫе юҡҡа сыға. Йәғни, бер йыл һаҡланған сәйле эсемлеккә әйләнә, уның файҙаһы ҡалмай, тиерлек”.
Читайте нас: