Һуғанды алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға һәм уға туралған бәшмәк, тоҙ, борос ҡушырға. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә кәрәк. Береһен дүртмөйөш итеп йәйергә лә (ҡалынлығы 1,5 сантиметр булһын), йылы табаға ҡуйып, әҙерәк ҡабартып алырға.
Йәймәнең икенсеһе лә йәйелә, уныһын таҡта өҫтөндә генә ҡабарталар. Табалағы ҡамыр өҫтөнә әҙер бәшмәкте һалып, икенсе йәймә менән ҡапларға һәм ситтәрен семтеп йәбештереп сығырға кәрәк.
Бәлештең өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер нисә урындан сәнске менән тишергә. Бәлеш ярты сәғәт самаһы бешерелә.