Бәшмәкте төрөнә ҡарап бешерәләр. Аҡ бәшмәк, майлы бәшмәк, уҫаҡ, ҡайын, көләпә бәшмәктәре кәмендә 20 минут бешерелә. Баллы бәшмәккә әҙер булыу өсөн 25 минут талап ителә. Һары бәшмәктәрҙе маринадлар алдынан 1 процент тоҙло һыуҙа бешереп, һыуын түгеп, ҡайтанан 3-4 процент тоҙло һыуҙа ҡайнаталар.
Бешергә 3-5 минут ҡалғас, тәмләткестәр өҫтәйҙәр, ә инде бешкәс, алдан әҙерләнгән аш һеркәһе өҫтәлә. Бәшмәктәр тулыһынса кәстрүлдең төбөнә төшөп бөтөп, тоҙло һыуҙың күбеге күренмәй башлағас, әҙер тип һанала.