Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь 2020, 13:10

COVID-19 йоҡтороусыларҙың хәлен ниндәй сирҙәр хөртәйтә?

Белгестәр коронавирусты тикшереүҙән туҡтамай. Әммә күпме генә тикшерһәләр ҙә, һаман әле был вирусты асыҡлап бөтә алмайҙар. Шулай ҙа әленән-әле яңы мәғлүмәттәр ишетеп торабыҙ.

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған пациенттарҙың хәлен насарайтыуға килтереүсе өс сирҙе атанылар.
“Коронавирусты беҙ ҡәнәғәтләнерлек өйрәндек, - ти министрлыҡтың терапия һәм дөйөм практика буйынса белгесе Оксана Драпкина. - Бында түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алырға кәрәк: ул - вирус үҙе һәм COVID-19-лы пациенттарҙың хәлен ысынлап та киҫкенләштереүсе сирҙәр: артериаль гипертензия, шәкәр диабеты һәм һимеҙлек”.
Читайте нас: