Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь 2020, 16:00

Туңдырма

Ингредиенттар:200 г ҡуйыртылған һөт (сгущенка), 33%-лы шыйыҡ ҡаймаҡ (сливки) 500 мл.

Әҙерләү:
Иң башта туңдырма эшләй торған тәрән генә һауытты һәм миксерҙың болғағыстарын (венчики) ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Һыуытылған һауытта ҡаймаҡты 5-7 минут юғары тиҙлектә күпертәбеҙ. Тиҙлекте яйлатып, ҡуйыртылған һөт ҡушып, 1 минут тирәһе күпертәбеҙ. Унан алдан әҙерләп ҡуйылған вафля стакандарына йәки торт өсөн булған вафля листарына һалып, 4 сәғәткә туңдырғысҡа ҡуябыҙ.
Ныҡ тәмле!
Читайте нас: