Республикала һәм район-ҡала биләмәһендә йыл һайын “хәүеф төркөмө”нә ҡараған кешеләр һәм башҡа граждандар араһында киҙеүгә һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияларына ҡаршы профилактик саралар үткәрелә. Был эш, үҙ сиратында, юғары һөҙөмтә бирә. Әлеге ваҡыт прививка эшләтеү ѳсѳн иң ҡулай осор. Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы ҡоторған осорҙа эпидемиологик хәлде яҡшыртыу өсөн халыҡтың кәмендә 40 процентын иммунизацияларға кәрәк. Район-ҡала биләмәһендә бының ѳсѳн Федераль бюджеттан 44 110 доза вакцина бүлеү ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябргә ҡарата 17 625 доза вакцина алынған. Шуның 13 410 дозаһы медицина, белем биреү ойошмалары, торлаҡ-коммуналь хужалығы, транспорт хеҙмәткәрҙәрен, студенттарҙы, “хәүеф төркөмө”нә ҡараған кешеләрҙе иммунизациялауға, 4 215 дозаһы - балалар өсөн.
Грипп, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы ваҡытында стационар һәм амбулатор ярҙам күрһәтеү өсөн вирусҡа ҡаршы препараттарға ихтыяж бар. Эпидемия осоронда билдәләнеүенсә, бындай ауырыуҙар менән халыҡтың 10 проценты ауырый, шуларҙың 10 проценты стационар ярҙамға мохтаж була. Бының өсөн үҙәк район клиник дауаханаһында бөтә әҙерлек эштәре үткәрелгән: амбулатор-поликлиника һәм стационар бүлектәре тейешле кимәлдә белгестәр (табип-терапевтар, педиатрҙар, реаниматологтар, урта һәм кесе медицина персоналы) менән тәьмин ителгән; гриптың таралыу осоронда (60 көн) медицина персоналы өсөн тейешле махсус кейемдәр бүленгән; үпкәне яһалма елләтеү аппараттары һәм пульсоксиметрҙар тейешле кимәлдә; стационар һәм амбулатор ярҙам күрһәтеү өсөн вирусҡа ҡаршы препараттар запасы бар.
Граждандар грипҡа ҡаршы прививканы ҡаланың 1-се поликлиникаһында, ауыл участка дауаханаларында, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, балалар поликлиникаһында, күсмә медицина үҙәктәрендә эшләтә ала.
ҺҮРӘТТӘ: “Прививка эшләтмәй ҡалғаным юҡ”, - ти табип-нарколог Ирек Абдуллин.