Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Сентябрь 2020, 12:00

Ял итергә барыуы ла ҡурҡыныс

Популяр курортта коронавирустан үлем осраҡтары артҡан.

Ҡырымдағы популяр курортта коронавирустан рекордлы үлем осраҡтары асыҡланған.
Был хаҡта 22 сентябрҙә төбәктәге һаулыҡ һаҡлау ведомствоһына һылтанып, “Крыминформ” хәбәр иткән.
Агентлыҡ мәғлүмәте буйынса, һуңғы тәүлектә COVID-19 диагнозы раҫланған 4 кеше үлгән. Төбәктә пандемия башланғандан бирле был иң ҙур күрһәткес.
Ҡырымда коронавирус йоҡтороуҙың 3 889 осрағы асыҡланған. 2469 кеше һауыҡҡан, 51 ауырыуҙың ғүмере өҙөлгән.
Читайте нас: