Гөлсирә Ислам ҡыҙы сығышы менән Ғәбдөк ауылынан. Йөйәк егете Зариф Нөғәмән улы менән Булат, Гөлназ, Айгөл исемле өс балаға ғүмер биргәндәр. Ғүмер буйы Йөйәк тимер юлы бүлексәһендә электр энергияһы контролеры булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әммә өйҙә ултырыуҙы хушһынмай, магазинға һатыусы булып эшкә урынлаша һәм 71 йәшенә тиклем шунда эшләй.
Актив йәмәғәтсе, ҡул эштәре оҫтаһы, Йөйәк ауылының Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлсирә Салауатова йыл һайын район һабантуйында шәхси тирмәһен ҡора. Уның эсен үҙ ҡулдары менән теккән башҡорт милли кейемдәре, балаҫ, ҡорамалар, башҡорт орнаменттары ҡулланып сигелгән, бәйләнгән башҡа әйберҙәр менән биҙәй.
Төрлө конкурстарҙа ла актив ҡатнаша. Мәҫәлән, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ҡул эштәре буйынса ойошторған конкурста сигеүле алъяпҡысы II урынға лайыҡ булһа, киләһе йылда үҙ ҡулдары менән теккән түбәтәй өсөн дә II урын һәм Илдар Ғатауллиндың махсус призы тапшырыла. Шулай уҡ гөл-сәскәләр үҫтереү буйынса конкурста махсус номинацияға эйә була. Өфөнөң “Урал” галереяһында үткән “Ҡорама туйы”нда ѳс йыл рәттән ҡатнашып, үҙе теккән ҡорама менән II һәм III урындарҙы яулай. 2015, 2019 йылдарҙа Өфөләге “ВДНХ-Экспо” майҙансығында 4 көн дауамында барған “Һөнәрселек фестивале”ндә ҡатнаша. Республиканың барлыҡ район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең 16 төбәгенән йыйылған сарала “Һөнәр мәктәбе”ндә түшелдерек, милли биҙәүестәр эшләү буйынса тәжрибәләрен башҡалар менән уртаҡлаша, оҫталарҙан төрлө сәнғәт төрҙәрен өйрәнә. 2018 йылда башҡалабыҙҙың Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән Белорет көндәрендә уның ҡул эштәренә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр.
Әйткәндәй, Гөлсирә Салауатова яҙ көнө өйөнә төкәтмә төкөтөп, милли музей асып ебәргән. “Был эшкә мине ауылда клуб юҡлығы, ағинәйҙәргә йыйылыр урын булмауы этәрҙе. Шулай уҡ йыйылып ятҡан бихисап милли кейем, биҙәүестәр, ҡорамаларҙың тик ятыуы эсте бошора ине”, - ти ул. Бүлмәнең иҙәненә башҡорт орнаменты менән биҙәлгән боронғо балаҫ түшәлгән, һандыҡ өҫтөнә ҡорама юрған, түшәктәр, сигеүле мендәр һалынған һәм ҡошэлмә биҙәге сигелгән тартма менән тарттырып ҡуйылған. Үҙе теккән башҡорт милли кейемдәре стеналарға эленгән, түшелдерек, хәситә, түбәтәйҙәр һәм башҡа әйберҙәр матур итеп теҙеп һалынған. Ә ѳҫтәлгә самауыр ҡуйылған.
Заказға милли кейемдәр тегеү, биҙәүестәр эшләү, сигеү-бәйләү кеүек ҡул эштәре менән булыуҙан тыш, йыл һайын баҡса тултырып сәскә үҫтерә, йәшелсә-емеш сәсә, 8 баш умарта ла тота егәрле инәй. Ағинәйҙәр менән “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”н үткәрәләр, милли байрамдарҙы ҡалдырмайҙар.
- Балаларымдың барыһының да үҙ донъяһы, ғаиләләре бар. Дүрт ейән, биш ейәнсәргә һәм ѳс бүләгә өләсәймен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәшем ун йыл элек яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Булат улым ауылда йәшәй, ирҙәр эше кәрәк булһынмы, башҡа йомошмо, яҡында булғас, уға мөрәжәғәт итәм. Барыһы ла һәр саҡ ярҙам итеп, хәлемде белергә килеп торалар. Ә йәй көндәрендә өй бала-сағаларҙың шат тауышынан гөр килеп тора. Тормошомдан ҡәнәғәт булып ҡына йәшәйем”, - ти ул.
Гөлсирә Ислам ҡыҙы “Урал” гәзитен йыл һайын алдырыуын, яратып уҡыуын, бигерәк тә хикәйәләрҙе көтөп алыуын әйтеп, донъяларҙың имен тороуын, барыһының да һау-сәләмәт булыуын теләп ҡалды.