Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2020, 18:30

Табип ҡулында - кеше ғүмере

Ауырып аяҡтан йығылғас ҡына табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Сирҙе ни тиклем иртәрәк асыҡлаһаң, уны дауалау ҙа тиҙерәк, ауыр эҙемтәләргә лә килтермәйәсәк. Кеше үҙ организмына ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булырға тейеш”, - тип һүҙен башланы Асы ауыл амбулаторияһының табип-терапевы Заһиҙә Нәбиулла ҡыҙы. Эйе, тормош мәшәҡәтенән арына алмай, эшкә баҫылып, ҡай саҡ теге йәки был ере һыҙлауына түҙеп, үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнеүселәр беҙҙең арала әҙ түгел.

Заһиҙә Полякова 1981 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау” факультетын тамамлағас, бер йыл Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында интернатура үтә. Унан һуң уны Исҡушты дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. Медицина, белем биреү ойошмаларын күпләп оптимәлләштереү осоро башланғас, дауахана Инйәр участка дауаханаһы менән берләштерелә Һәм 2005 йылда Заһиҙә Нәбиулла ҡыҙы Асы ауыл амбулаторияһына табип-терапевт булып эшкә күсә.
Медицина өлкәһендә 38 йыл хеҙмәт стажы булған табип-терапевт аҙнаның төрлө көндәрендә Исҡушты, Инйәр ауылдарында халыҡты ҡабул итә. Исҡушты, Мулдаҡай, Асы, Береш, Берештамаҡ, Йөйәк, Ғәбдөк ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункттары фельдшерҙары менән халыҡты диспансеризациялау, профилактик саралар үткәреү, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау кеүек йүнәлештә бер-береһенә ярҙамлашып эшләйҙәр. Хеҙмәттәштәре һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәндә, тәжрибәле табип һәр саҡ ихлас яуап бирә, үҙ белгәндәре менән уртаҡлаша, кәңәштәрен бирә.
Заһиҙә ханым тормош иптәше менән Вадим, Денис, Лариса исемле өс балаға ғүмер биргәндәр. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләләрен ҡороп, донъя көтә. Балаларына бәхет юрап, уларҙың ҡыуаныстарына һөйөнөп, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, көн дә яратҡан эшенә ашыға ул.
Коронавирус инфекцияһы менән бәйле көсөргәнешле осорҙа, миҙгел ауырыуҙары көсәйгән ваҡытта табиптар иңенә күп көс төшөүе бер кемгә лә сер түгел. Дауаханаға килгән һәр кем менән яғымлы, күркәм мөғәмәлә иткән, сабыр холоҡло табип – Заһиҙә Нәбиулла ҡыҙы Гиппократтың кешене өс алым: һүҙ, үлән һәм скальпель менән дауалап булыуы хаҡында әйтеүен, табиптарҙың, йыш ҡына ауырыу менән һөйләшергә ваҡыт таба алмауын, ҡайһы бер осраҡта яғымлы, йылы һүҙ ҙә кешене сирҙән арындыра алыуын яҡшы белә. Юҡҡа ғына “Яҡшы һүҙ - йәнгә дарыу” тимәгәндәр бит.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
Читайте нас: