«Илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ - ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауыл ерендә йәшәй, шуға күрә ҡалала ғына түгел, ауылда ла уңайлы шарттар булдырырға тейешбеҙ. Ә яратҡан эше менән шөғөлләнһен, күҙҙәре янып торһон өсөн балаларҙы секцияға, һәйбәт тренерға йөрөтөү мөмкинлегенең булмауы уңайлы тормошмо һуң?» - тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров тәүге сертификаттарҙы тапшырыу тантанаһында.
Әлеге ваҡытта спорттың 11 төрө буйынса тәүге 15 тренер билдәләнгән дә инде. Уларға йыл аҙағына тиклем 600 мең һум бирелә. Андрей Назаров әйтеүенсә, был башланғыс киләһе йылда ла дауам итә.
Сара райондарға кадрҙарҙы йәлеп итеү, ауыл балаларына спорт менән ныҡлап шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Башҡортостан - Рәсәйҙә был практиканы ҡулланыусы тәүге төбәк. Тәүгә ойошторолған республика проектында ҡатнашҡандар араһында Белорет спорт һәм ауыл мәктәптәренән дә тренер-остаздар бар. Шығайҙан Ғәлим Баһауетдинов (көрәш), Ломовканан Елена Гурдюмова (биатлон), Абҙаҡтан Салауат Дауытов (көрәш), Тирләндән Анастасия Повираева (еңел атлетика) һәм Инйәрҙән Ринат Мырҙагилдин (бокс) 600 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Сертификат торлаҡ, ер участкаһы һатып алыуға йәки төҙөргә мөмкинлек бирә. Бының өсөн белгестәр килешеү нигеҙендә ауылда биш йылдан да кәм эшләмәҫкә тейеш.
Белорет спорт мәктәбенә ҡараған Инйәр «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренеры Ринат Мырҙагилдин рингта үҙеңде нисек тоторға, «дошман»ың алдында баҙап ҡалмаҫҡа, дөрөҫ һөжүм итергә һәр кемде өйрәтер. Был спорт төрө буйынса ул бер нисә йыл ғына эшләһә лә, уҡыусылары ярайһы ғына үрҙәр яулап өлгөргән спортсылар.
2010 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура бүлеген уңышлы тамамлағандан һуң, Ғәбдөк егете Инйәрҙә төпләнә. Йәш белгес ҙур ҡалаларҙа хеҙмәт юлын башларға уйламай ҙа, бында уға тыныс та, уңайлы ла.
- Тырыштар, маҡсатына ирешкәндәр, талаптар ҡуйғандар һәр ерҙә лә етерлек, улар менән шөғөлләнергә генә кәрәк. Ҡайһы ваҡыт ауыр булһа ла, балаларҙың спорттағы уңыштары артабан да илһамланып эшләргә дәртләндерә генә, - ти тренер.
Спорт мастерлығына кандидат Ринат Рәмил улы боксты үҙ иткән әллә күпме йәш спортсы тәрбиәләп сығарған. Әле лә «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексының бокс секцияһында 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге 50-ләгән бала шөғөлләнә. Спортсылар ҙа бер урында ғына тормай, республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа үҙҙәрен һынай, тәжрибә туплай. Спорт мәктәбендә төрлө спорт разрядына эйә булған спортсылар үҫә.
Әйткәндәй, 2004 йылда сафҡа индерелгән «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексында алып барылған секцияларға ла балалар бик теләп йөрөй. Хоккей, еңел атлетика, мини-футбол, пауэрлифтинг һәм дә бокс кеүек секцияларҙы йәш спортсылар күптән инде үҙ иткән. Әлеге көндә спорт комплексында 318 бала тәрбиәләнә.
- Волга буйы федераль округы, Рәсәй, республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа, Беренселектәрҙә еңеү яулаған спортсыларыбыҙ үҫә. Спортсыларҙың юғары һөҙөмтәләргә ирешеүендә тренерҙарҙың өлөшө ҙур. Балалар ҙа секцияларға теләп йөрөй. Белорет спорт мәктәбе лә үҙ ҡанаты аҫтында булғандарға һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша, - ти физкультураһауыҡтырыу комплексы директоры Михаил Андреевич Селихов. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән индерелгән «Ауыл тренеры» программаһының тәүге сертификат эйәләре билдәле булды. 2020 йылда аҡсалата премияны 100 белгес аласаҡ. Программа ауыл ерендә балалар спортын үҫтереүгә ярҙам итәсәк. Урындарҙа ярҙам итергә әҙер торған остаздар ғына булһын. Ә сертификаттар «эш көнөмдө үткәрһәм, эш хаҡы килеп торһа, шул еткән» тип уйлағандарға ғына бирелмәйҙер.
Лайыҡтарҙың районда спортты тергеҙеүгә һәм артабан да үҫтереүгә теләге ҙур, мөмкинлектәр генә булһын. Республика тарафынан ҡурсалау тапҡан тренерҙар ауылға ҡайтмаҫ инеме ни?! Ринат Мырҙагилдин кеүектәр ауыл ерендә ныҡлы төпләнеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртып, бынамын тигән балалар үҫтереп кенә ҡалмаҫ, спортты, уны йәштәр араһында пропагандалау эшен дә яйлы алып барыр ине. Стимул ғына булһын.