Халыҡ медицинаһында ҡара миләш
Гипертоник ауырыуҙы һәм атеросклерозды дауалау өсөн 1 кг ҡара миләште 700 г шәкәр ҡомо ҡушып иҙергә. Көнөнә 2 тапҡыр 75-100-әр г ашарға кәрәк.
Геморрой ваҡытында бер үк күләмдә алынған ҡара миләш менән балды ҡайнаталар һәм көнөнә 3 тапҡыр ашарға 30 минут ҡала 100-әр гашайҙар.
Витамин етмәгән осорҙа 1 сәй ҡалағы кипкән миләшкә 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм көнөнә 2-4 тапҡыр 1-әр стакан эсергә.
Организм арығанда, аҙҡанлылыҡ булғанда һәм һейҙек ҡыуыу өсөн 2 сәй ҡалағы кипкән миләшкә 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп,1 сәғәт төнәтергә һәм бер аҙ шәкәр ҡомо өҫтәргә. Төнәтмәне көн дауамында 3-4-кә бүлеп эсергә.
Эс киткәндә 1 аш ҡалағы кипкән миләшкә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30-40 минут төнәтергә һәм көнөнә 3-4 тапҡыр яртышар стакан эсергә. Эс китеү, дизентерия, ашҡаҙан, эсәктәр ауыртҡанда, гипертония ваҡытында көнөнә 3 тапҡыр ашарға 30 минут ҡала 100 мл яңы һығылған ҡара миләш һуты эсергә.
Йыл дауамында ҡара миләш, гөлйемеш һәм ҡара ҡарағат сәйе эсергә кәрәк. Дауалаусы сәй өсөн 1 аш ҡалағы ҡушылмаға 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Тик был сәйҙе 15-20 минут ҡына түгел, 4-5 сәғәт бешерергә кәрәк. Көнөнә 3-4стакан сәй эсергә.Ҡара миләште гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән йәрәхәте ваҡытында 3 аҙнанан артыҡ ҡулланырга ярамай.
Баҡсала ҡара миләш үҫтереү
Баҡсасыларға ҡара миләш ултыртҡанда, уның яҡтылыҡ яратҡанын иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡараңғылыҡта үҫкән ҡыуаҡтың уңышы 3-4 тапҡырға насар була. Уны үҫтергәндә ҡыуаҡтың йәш ботаҡтар сығарыуына ла иғтибар итергә кәрәк. Әгәр йәш ботаҡтарын гел киҫеп тормаһаң, тышҡылары уңыш бирәсәк, ә эстә, ҡараңғыла ҡалғандары ҡороясаҡ. Ҡара миләш һыуҙы бик ярата. Бигерәк тә емештәре өлгөргән осорҙа һыу етмәһә, емештәре ыуаҡ, бер аҙ кипкән һәм ауыҙҙы ҡороштора торған булып етешә.