Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Октябрь 2020, 13:00

Ер алыу еңеләйерме?

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында ер участкаһы алыу процедураһын тамырынан яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡаранылар.Яңы ҡағиҙәләр йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Уларҙың асылы нимәлә?

2021 йылдан Башҡортостанда сиктәре билдәләнмәгән ерҙәрҙең яҙмышы муниципалитеттар ҡулында түгел, ә Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы ҡарамағында буласаҡ. Был хаҡта закон проекты министрлыҡ тарафынан әҙерләнгән һәм Дәүләт Йыйылышына ҡарауға бирелгән.
Сикләнгән ерҙең хужаһы буласаҡ - йә шәхси кеше, йә Рәсәй Федерацияһы, йә РФ субъекты, йәки муниципалитет. Сикләнмәгән ерҙең билдәле хужаһы юҡ. Әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған закон буйынса, сикләнмәгән ер менән муниципалитеттар эш итә (һата, арендаға бирә) ине.
Закон проекты авторҙары “сикләнмәгән ерҙәрҙе министрлыҡ ҡарамағына тапшырыу ерҙе контролдә тотоуҙың нәтижәлелеген арттыра һәм инвестиция климатын яҡшырта” тип иҫәпләй.Беҙҙең төбәктә 94 %-тан күберәк ер майҙаны сикләнмәгән. Был - әлеге ергә муниципаль ҡаҙнаны тултырыусы һалым һалынмай тигән һүҙ. Шулар менән бер рәттән, был төҙәтмәләр ерҙе бизнесҡа тапшырғанда йәмәғәт тыңлауҙарын мәжбүри үткәреүҙәргә ҡағылмай һәм уны үҙгәртмәй. Яңы ҡағиҙәләр ерҙе төҙөүселәргә тапшырыу процедураһын тәртипкә һалырға ярҙам итәсәк. Ведомствоға сикләнмәгән ерҙәр менән эш алып барыу өсөн өҫтәмә финанслау талап ителмәй.
Читайте нас: