Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив ултырышта нәҡ шул турала әйтте - республикала алма үҫтереү менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға тәҡдим итте.
- Әгәр күп һанлы балалар учреждениеларының менюһында алма ҡаралған икән, ул үҙебеҙҙеке булырға тейеш - тәмле, сифатлы һәм файҙалы. Ошо хаҡта уйланыуығыҙҙы һорайым, - тине Радий Хәбиров. Республикала баҡса майҙандары 9 мең гектар тәшкил итә, шуның 86 % - шәхси хужалыҡтар. Үткән йылда төбәктә 399 тонна емеш-еләк йыйып алынды. Улар башлыса ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатылды. Шул уҡ ваҡытта был йүнәлеште үҫтереү мөмкинлектәре күп әле.
Республика хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәйзрахманов һүҙҙәренсә, алма баҡсаларының майҙандарын арттырыу бара. Мәҫәлән, былтыр Шишмә районының йәшелсә-емеш питомнигында алмағастар 11 гектар майҙанды биләһә, быйыл ике тапҡырга күберәк.