ДОСААФ-тың Белорет автомәктәбе 1950 йылдың 18 октябрендә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының ҡарарына ярашлы булдырыла. Үткән быуаттың 20-се йылдары аҙағында тәүге еңел автомобиль “Форд-Т” барлыҡҡа килә. Уның артынса бер-бер артлы “Форд-АА”, “АМО-Ф-15”, “АМО-3” йөк машиналары сығарыла башлай һәм был техникалар менән идара итә белгән водителдәр талап ителә. Шул осорҙа Белорет металлургия заводының гаражы янында тәүге шоферҙар курсы эшләй башлай. Тап ошо курстар Белорет автомотоклубының, һуңынан автомәктәптең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.
Автомәктәпкә төрлө йылдарҙа Л.Ф. Родионов, Г.В. Папанин, В.А. Нужин, Ю.М. Икитин, В.А. Резников, З.Ш Ахибзянов етәкселек итһә, бөгөнгө көндә 2018 йылдан алып Р.Х. Таһиров уңышлы эшләп килә.
Мәктәп асылғандан алып унлаған мең водитель уҡып сыҡҡан. 1977 йылда белгестәр әҙерләүҙә юғары күрһәткестәргә ирешкәне һәм уҡыуматди базаһы булдырғаны өсөн мәктәпкә “өлгөлө” исеме бирелә. 2012 йылда Рәсәй ДОСААФының 85 йыллығына арналған конкурста Белорет автомәктәбе Рәсәй ДОСААФ-ының өлгөлө белем биреү учреждениеһы тип билдәләнә. Мәктәптә хәрби-патриотик, физик белем биреүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына ҡарата уның биләмәһендә хәрби һәм спорт техникаһы мемориалы булдырылһа, Еңеүҙең 65 йыллығына райондың оборона йәмғиәте музейы асыла һәм әлеге көндә ул яңы экспонаттар менән тулыланыуын дауам итә.
70 йыллыҡ юбилей сараһы автомәктәп алдындағы майҙансыҡта үтте. Ҡотлау һүҙҙәре менән муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Иван Лавренов сығыш яһаны һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән Ольга Воробьеваны, Александр Харькинды бүләкләне. Муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталарына Виталий Федоров менән Эдуарт Тимерғәзин лайыҡ булды.
Артабан һүҙ Рәсәй ДОСААФ-ы Башҡортостан Республикаһының төбәк ойошмаһы рәйесе Игорь Нурмөхәмәтовҡа бирелде. Ул Илфат Байтуринды, Владимир Полетавкинды, Марина Гридневскаяны, Егор Крушинды, Евгений Дьячковты Рәсәй ДОСААФ-ының Почет грамоталары һәм Игорь Смердовты, Александр Вениковты, Николай Ручкинды, Александр Бетинды, Сергей Саловты, Андрей Копьевты, Павел Пантелеевты, Владимир Тимохинды, Илнур Әхмәтшинды ҡаланың йәмәғәт ойошмаларының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
"Рәсәй ДОСААФ-ының 90 йыллығы миҙалдары"н Эдуарт Тимерғәзинға, Йәүҙәт Заһитовҡа, Виталий Федоровҡа, Эльвера Быковаға, Артем Базыкинға һәм Рәшид Таһировҡа тапшырҙы. "Рәсәй ДОСААФ-ы ветераны" миҙалы менән Виктор Чекунов наградланды.
Автомәктәптең элекке директоры Зәбир Шакир улы Ахибзяновҡа арнап ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынып, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителгәндән һуң мәктәп начальнигы Рәшид Хәмзә улы сығыш яһаны, мәктәп үҫешенә көс һалған, тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан ҡотлау менән “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Бетин, ҡаланың запастағы сик буйы һаҡсылары ойошмаһы рәйесе Сергей Салов (һүрәттә), хәрби комиссар Фәрит Ҡәйүмов үҙ ойошмалары исеменән Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы, мәктәпте күркәм юбилейы менән ҡотланы.
Сара Илнур Әхмәтшин башҡарыуындағы дәртле йыр менән тамамланды.