Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Октябрь 2020, 12:20

Ҡан баҫымын төшөрөүҙең 14 ысулы

Гипертонияны тулыһынса еңеү өсөн тормош рәүешен үҙгәртергә кәрәк. Нисек итеп тиһегеҙме? Бына 14 ысул:

► Кәүҙә ауырлығын контролдә тоторға
Айына бер тапҡыр үлсәүгә баҫып үлсәнергә кәрәк. Артыҡ “кило”лар ҡанда холестерин миҡдарының тейешленән артыҡ булыу ихтималын күрһәтә. Ә был йөрәк-ҡан тамырҙарына зыян килтерергә мөмкин.
► Углеводлы ризыҡтарҙы күп ашамаҫҡа
Төрлө тәм-том һәм баллы эсемлектәрҙә, аҡ икмәк, фастфуд, ярымфабрикат, колбаса ризыҡтарындағы углеводтар организмда бик тиҙ үҙләштерелеп, май туҡымаһына әүерелә.
► Тоҙҙо сикләргә
Тоҙҙо көнөнә 1 сәй ҡалағынан артыҡ ҡулланыу организмда шыйыҡлыҡтың тотҡарланыуына, шешенеүгә килтерергә, йөрәк-ҡан тамырҙары эшсәнлегенә ҡырын һуғырға мөмкин.
► Кофеинды - әҙерәк
Составында кофеин булған эсемлектәрҙе лә һағыраҡ ҡулланырға. Ҡәһүә генә түгел, был ҡаты сәй, “энергетик”тар ҙа.
► Аҡһым һәм клетчатка
Аҡһымға һәм клетчаткаға бай ризыҡтарҙың (майһыҙ ит, балыҡ, эремсек, борсаҡ йәки фасоль, йәшелсә, йәшел тәмләткестәр) көндәлек менюҙан төшмәүе гипертония ҡурҡынысын 60 процентҡа ҡәҙәр кәметә.
► Омега-3
Йөрәктең сәләмәт булыуы өсөн даими рәүештә омега-3, омега-6, омега-9 май кислоталарын ҡулланырға кәрәк. Улар балыҡта һәм диңгеҙ продукттарында, йомортҡа, үҫемлек май-
ҙары, соя, фасоль, төҫлө кәбеҫтәлә, брокколи, шпинатта була.
► Ҡан тамырҙарын нығытырға
Ҡан тамырҙары ныҡ һәм һығылмалы булһын өсөн калийлы продукттар: ҡарабойҙай, борсаҡ, алма, банан, цитрус емештәре, ҡабаҡ, бәрәңге, баклажан, кишер, помидор, бәшмәк, кипкән емештәр, көнбағыш, бал ашарға кәрәк.
Менюға һарымһаҡ өҫтәргә
Һарымһаҡта ҡанды шыйыҡлата һәм тромбтарҙы эретә торған аллицин матдәһе бар. Шуға күрә аштар һәм “второй”ҙарҙың һәммәһенә берәр тырнаҡ һарымһаҡ өҫтәү һәйбәт (аллергия булмаһа).
► Какао эсергә
Какао порошогы һәм бөртөктәрендә йөрәкте нығытыусы магний, ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе теобромин, инфаркт һәм инсульттарҙы иҫкәртеүсе полифенол бар. Шуға күрә табиптар көнөнә бер-ике шаҡмаҡ әсе шоколад ашарға кәңәш итә.
► Тәмәкенән баш тартырға
Тәмәке тартыусыларҙың организмы никотинды “эшкәртеү” өсөн даими рәүештә тулы көсөнә эшләргә мәжбүр. Хәлһеҙләнеп ҡалған органдарҙа ҡан йөрөшө насарая. Шуға күрә тәмәкенән баш тартмайынса ғына гипертониянан ҡотолоп булмай.
► Стресҡа ҡаршы тороусанлыҡты арттырырға
Әҙ генә стресс та йөрәк тибешен көсәйтеп, ҡан тамырҙарына ауырлыҡ өҫтәй. Был донъяла стрестан бер нисек тә ҡотолоп булмағанлыҡтан, уны тынысыраҡ үткәрергә өйрәнеү кәрәк. Ә быға психологик кәңәштәр, йога кеүек әйберҙәр ярҙам итә.
► Рәхәтләнеп ял итергә
Нервы ҡаҡшауынан ҡотолоу өсөн дөрөҫ ял итеү шарт. Әммә ноутбук йәки телевизор, телефон алдында түгел, ә тәбиғәт ҡосағында. Яратҡан шөғөл, дуҫ-иштәр, бала-сағалар, хайуандар менән аралашыу ҙа организмға әйтеп бөтөргөһөҙ ял бүләк итә.
► Дөрөҫ йоҡларға
Эш аҙнаһы дауамында туйғансы йоҡлай алмауҙы ял көндәрендә “сығарыу” дөрөҫ түгел. Йөрәккә, ҡан тамырҙарына көс төшмәһен өсөн һәр көн һайын 7-9 сәғәт йоҡларға кәрәк.
► Үҫемлек төнәтмәләре
Ромашканан, мәтрүшкә, ҡандала үләне (донник), чабрец, бөтнөк, имбир, энәлек (боярышник) емештәре, миләш йәки баландан төнәтмә яһап эсеү ҙә ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә.
Читайте нас: