Әлеге көндә Дәүләт техник күҙәтеүҙең Белорет район-ҡалаһы буйынса инспекцияһында 1415 үҙйөрөшлө машина һәм 188 тағылма иҫәптә тора. Үтеп барған йылда ғына ул 22 үҙйөрөшлө техникаға тулыланды. Техниканың күп өлөшө граждандарға тура килә.
2020 йылда район-ҡала биләмәһендә үткән рейдтар барышында 196 берәмек үҙйөрөшлө техника тикшерелде. Һөҙөмтәлә 10 айҙа 57 төрлө ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланды. Бөтә осраҡтарҙа ла улар буйынса административ юллау саралары ҡулланылды. Ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтенән күләмле эштәр башҡарылыуға ҡарамаҫтан, техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу буйынса бурыстарын һанға һуҡмаусы техника хужалары асыҡланып тора.
Әлеге ваҡытта үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса “Үҙйөрөшлө машина” профилактик операцияһы бара. Район-ҡалала профилактик сара 13 октябрҙән 30-ына тиклем үтәсәк. Техниканы файҙаланыу барышында ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау менән бер рәттән техника хужалары араһында аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатында үткәрелгән операцияла 19 берәмек тикшерелде. Ҡағы, Үҙәнбаш, Сосновка, Әзекәй ауылдарынан һәм Белореттан 6 тәртип боҙоусының инспекцияла иҫәптә тормағанлығы, таныҡлыҡтарының, ОСАГО страховкаларының булмауы асыҡланды. Уларға административ яза ҡулланылды.
23 октябрҙә “Гостехнадзор”ҙың Белореттағы инспекцияһы начальнигы Зәбир Ҡазин Нура ауылында булып, бер нисә тракторҙың техник торошон, документтарын тикшерҙе, аңлатыу эштәре алып барҙы.
- Районда тейешле документтары булмаған һәм теркәлмәгән техника күп. Әйтәйек, 2020 йылда тейешле тәртиптә теркәү үтмәйенсә файҙаланылған 8 трактор асыҡланды. Был техникаларҙың хужалары башҡаларҙың, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлегенә, ғүмеренә хәүеф тыуҙырған техниканы ҡулланыуға юл ҡуя, шунлыҡтан юл-транспорт ваҡиғаларының һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәпсеһе булыуҙары ихтималлығы ҙур. Үткәрелгән сараларға бәйле һәм көҙөн техниканың йыш ҡулланыуын иҫәпкә алып, хужаларына техникаһын ваҡытында теркәтеп ҡуйырға һәм техник торошон ҡарап торорға кәрәк. Район-ҡалала үҙйөрөшлө техника арта, шулай ҙа уны тейешенсә теркәп ҡуйырға ашыҡмаусылар күп. Техниканы мираҫҡа ҡалдырыу мәсьәләһе тейешенсә үтәлмәй. Хужаһы үлгәндән һуң яҡындары техниканы, һалым түләүҙән ҡасып, үҙ исеменә күсерергә ашыҡмай. Ә талап буйынса улар быны алты ай эсендә рәсмиләштерергә тейеш. Үҙйөрөшлө техника хужаларының күпселегенең таныҡлығы юҡ, йә техникалары төҙөк булмай сыға. Күптәрендә яҡтыртыу, боролош сигналдары эшләмәүе, аптечка, ут һүндергестәренең, авария туҡталыу билдәләренең булмауы асыҡлана, - ти инспекция начальнигы Зәбир Мөхәррәм улы.
ҺҮРӘТТӘ: Зәбир Мөхәррәм улы техника торошон, документтарын тикшерә.