Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Октябрь 2020, 13:55

Кәзә һөтө шифалы

► Кәзә һөтө онкологик сирҙәрҙән интегеүселәр өсөн дә файҙалы. Химия терапияһы алғанда һәм унан һуң 10-15 көн буйы кәзә һөтө эсергә кәңәш ителә.

► Һөйәк һынғандан һуң, кәзә һөтө һөйәк туҡымаларының тиҙерәк ялғаныуына булыша. Кәзә һөтөндә тимер һыйыр һөтөнә ҡарағанда
1,5 тапҡыр күберәк.
► Кәзә һөтө өс тапҡыр еңелерәк үҙләштерелә.
► Аллергиянан интегеүселәр кәзә һөтөн ҡурҡмай эсә ала. Унда аллергия килтереп сығарыусы альфа-1s-казеин матдәһе юҡ.
► Кәзә һөтөндә лактоза һыйырҙыҡынан 13 процентҡа кәмерәк. Шуға күрә уны лактозаны ҡабул итә алмаусылар ҙа эсә ала.
► Кәзә һөтөндәге аҡһымды организм тулыһынса үҙләштерә.
► Кәзә һөтө ашҡаҙан һуты кислоталылығын нейтралләштерә.
► Кәзә һөтө ашҡаҙаны, бөйән йәрәхәте киҫкенләшкәндә файҙалы.
► Псориаз борсоғанда, кәзә һөтөн талғын утта 2-5 минут ҡайнаталар. Унан икенсе һауытҡа бушаталар. Кәстрүл ҡырыйҙарына йәбешеп ҡалған шекәрәне зарарланған урындарға һөртәләр.
► Кәзә һөтөндә йөрәк ритмын яйға һалырға ярҙам итеүсе калий күп.
Читайте нас: