Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Октябрь 2020, 13:50

Юл турғайы

Юл турғайы (рус. Лапландский подорожник, лат. Calcarius lapponicus) - турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош.

Ҡылыҡһырламаһы: ҡыр турғайы ҙурлығында, оҙонлоғо 14-18 см, ауырлығы 18-30 г, ҡанаттарының киңлеге 24-29 см. Һырты, түбәһе ҡара көрән, ҡорһағы һәм ҡойроғо аҡ, ә тамағы аҡһыл һары төҫтә. Ҡанаттары нәҙек аҡ юлаҡлы һорғолт көрән. Түшендә ваҡ ҡына ҡара таптары бар. Башҡа турғайҙарҙан муйын артының ерән төҫө менән айырыла. Суҡышы һары, сағыштырмаса ҡыҫҡа, ҡабарынҡы булып тора. Артҡы тырнағының оҙон булыуы менән дә башҡа турғайҙарҙан айырыла. Осош барышында һайрай, шунлыҡтан силуэты һәм осош манераһы менән һабан турғайына ла оҡшаталар. Тауышы яңғырауыҡлы, "тирли-тирю-рю" булып яңғырай. Ҡыш көндәрен үткәреү өсөн был ҡоштар төньяҡтан Көньяҡ Уралға, Каспий яры, Волга йылғаһының түбән өлөшөнә, Ҡара диңгеҙ буйҙарына ҡайталар. Ә яҙ көнө яңынан төньяҡҡа, яңы тоҡом үҫтерергә юлланалар. Тундраның күпселек өлөшөндә йәшәйҙәр, 10-20 ҡоштан торған туп менән осрайҙар. Көньяҡтан ҡайтҡан беренсе туптарҙа күбеһенсә ата ҡоштар була, инә ҡоштар иһә бер нисә көнгә һуңғараҡ ҡайталар. Убалы, бейек ярлы, шулай уҡ үтә еүеш, һаҙлы урындарҙы үҙһенмәйҙәр. Ер ҡарҙан әрселеү менән, инә һәм ата ҡош бергә оя ҡора, уны кәрлә ҡайын йә тал төбөндә, бейек үлән араһында урынлаштыралар. Төньяҡҡараҡ, арктик тундраларҙа ҡыуаҡтар юҡ, үлән ҡыҫҡа һәм һирәк, шунлыҡтан унда осраған юл турғайҙары ояларын тәрән булмаған һәм хужаһыҙ төрлө өңдәрҙә, мәҫәлән лемминг өңөндә лә яһайҙар. Ояны үләндән эшләйҙәр, башҡа ҡоштарҙың, шул иҫәптән аҡ бүҙәнәләрҙең ҡаурый-йөндәре менән йылыталар.
Инә ҡош 5-6 йомортҡа һала, 2 аҙнанан һуң себештәре сыға. Ояла ҡошсоҡтар 10-13 көн була, һу-ңынан ата-әсәһенә эйәреп, бер ерҙән икенсе ергә күсеп, аҙыҡ табып көн итәләр.
Тундра тарафтарында төрлө бөжәктәр, башлыса серәкәйҙәр менән туҡланалар. Ҡыш көндәре иһә рациондары төрлө орлоҡтарҙан һәм ағастарҙа һаҡланып ҡалған емештәрҙән тора.
Беҙҙең яҡта юл турғайы һирәк осрай. Көньяҡ Уралға тәүге ҡар менән октябрь айында йә һуңғараҡ ҡышларға ҡайталар. Исеменән үк күренеүенсә, был ваҡытта уларҙы юл буйҙарында, асыҡ урындарҙа осратырға була. Оҙайлы ҡырыҫ ҡыш үтеп тә өлгөрмәй, көндәр әҙерәк йылытыу менән, февраль аҙағында йә март айында юл турғайҙары яңынан төньяҡҡа юллана.

Азамат Байрамғәлин,
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы
методисы.

Читайте нас: