Америка ғалимы Джефри Лафсен башҡа күп төрлө факторҙарға тағы берәүһен өҫтәй. Ул - ир менән ҡатындың берүк ваҡытта йоҡларға ятыуы һәм уяныуы.
Тәүлек ритмдарының көйлөлөгө йөрәк эшмәкәрлегенә һәм организмдың дөйөм хәленә ыңғай йоғонто яһай. Тикшерелгән кешеләрҙең 94 проценты үҙенең ғаилә хәленән риза булыуын белдерә. Уларҙың барыһы ла ире йә ҡатыны менән бер үк ваҡытта йоҡларға ята һәм уяна икән.
Был фактор холоҡ-фиғел, темперамент, дини инанғанлыҡтың тап килеүе кеүек үк мөһим
булмаһа ла, ғаиләне һаҡлауға барыбер үҙ өлөшөн индерә.