Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Ноябрь 2020, 13:00

Алкоголь коронавирустан һаҡлаймы?

Һуңғы вакытта имеш тә алкоголь коронавирустан һаҡлай икән тигән хәбәрҙәр тарала башланы. Мессенджерҙар аша йөрөгән бындай хәбәрҙәргә күптәр иҫтәре китеп ышана. Әммә табиптар был фаразды кире ҡаға.

“Алкоголь коронавирустан һаҡламай. Пандемия халыҡтың иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу проблемаһына сиктән тыш кире йоғонто яһаны”, - ти Стәрлетамаҡтағы 2-се һанлы республика наркология диспансерының баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Азат Әсәдуллин.
Уның әйтеүенсә, пандемия кешеләрҙә ҡурҡыу хисе арттыра, депрессияға бирелеүселәр һаны кинәт күбәйә. “Шуға кешеләр алкоголде “антидепрессант” булараҡ ҡабул итә башлай”, - ти табип.
Ә шул уҡ ваҡытта коронавирус пандемияһы башланғандан алып, бар илдәге кеүек, Башҡортостанда ла наркологик ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр һаны артҡан. “Төп сәбәп - социаль ҡурҡыу, ул күбеһенсә коронавирусты дауалауҙа спирттың роле тураһындағы ялған мәғлүмәттәр менән көсәйтелә. Икенсеһе - бәйлелеге булған пациенттарҙы дауалаған ҡайһы бер учреждениеларҙың ковид-госпиталь итеп үҙгәртелеүе”, - ти Азат Әсәдуллин.
Табип шулай уҡ суррогат алкоголдең ҙур хәүеф икәнлеген дә белдерҙе. “Бындай алкоголь, тәү сиратта, ағыуланыуға килтерергә мөмкин, - ти нарколог. - Беҙҙең пациенттарҙы алһаҡ, уларҙың 70-86 проценты өй шарттарында йәки суррогат алкоголь ҡулланған. Шуны танырға кәрәк: пандемия арҡаһында бөгөн ялған иҫерткестәр проблемаһы айырыуса киҫкен тора”.
Читайте нас: