Был хаҡта 2 ноябрь көнө һаулыҡ һаулыҡ министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Дарыуҙарҙы бушлай алыу хоҡуғына
► Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары,
► тыл эшсәндәре,
► нацист концлагерҙары тотҡондары,
► Ленинград блокадаһын кисергәндәр,
► хәрби хәрәкәттәр ветерандары,
► Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар эйә.
Улар өсөн үткән аҙнала 700 рецепт яҙып бирелгән. Бынан тыш, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан өйҙә дауаланған барлыҡ ауырыуҙарға ла дарыуҙарҙы түләүһеҙ биреү өсөн федераль аҡса күсеүен көтә.