Стаканға таҙа һыу ҡойоп, баш өҫтөгөҙҙә тотоғоҙ. Яҡын кешегеҙ һыуға бер йомортҡа һытһын. Хәҙер ҡарағыҙ: йомортҡа үҙгәрмәйенсә стакан төбөндә ятамы, әллә унан аҡ епһелдәр өҫкә һуҙылдымы? Беренсе осраҡта хәүефләнергә урын юк, барыһы ла тәртиптә. Ә йомортҡа бер аҙ үҙгәреп, өҫкә табан аҡ епһелдәр күтәрелһә, күҙ тейгән йәиһә боҙом һалынған, тип ышандыра белгестәр.
Хәлде төҙәтеү өсөн дә йомортҡа кәрәк икән. Кис карауат янында һыулы стаканға йомортҡа һытығыҙ һәм: “Яманлыҡ китһен, яҡшылыҡ килһен!” - тип йоҡларға ятығыҙ. Иртән уның үҙгәреү-үҙгәрмәүен күрерһегеҙ. Стакандағы һыуҙы, йомортҡаны түгегеҙ һәм бары яҡшылыҡҡа ышанып, яҡшылыҡ ҡылып йәшәгеҙ!