Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ноябрь 2020, 13:00

Колбаса тәмле, ләкин...

Колбасаны йыш ашау үлем ҡурҡынысына килтереүе мөмкин, ти белгестәр.

Табиптар колбасала иң яҡшы осраҡта 40 процент ит һәм уныһы ла йыш ҡына түбән сифатлы, ҡалғаны - желатин, өҫтәмәләр, крахмал, тәм көсәйткес һәм буяу. Аҙыҡ-түлеккә ал төҫ биреү өсөн файҙаланылыусы нитриттар яман шешкә килерә. Колбасала булған фосфаттар остеопороз һәм рахит сиренең килеп сығыуына булышлыҡ итә.
Табиптар ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуы менән яфаланыусыларға колбасаны бөтөнләй ашамаҫҡа кәңәш итә. Уны яратыусылар составына иғтибар итергә тейеш. Иң яҡшыһы - тәбиғи ингредиенттар файҙаланып уны үҙең әҙерләү.
Читайте нас: